Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Март 2020, 00:46

АЙЫҠ АУЫЛ ТАҠМАҠТАРЫ

"Айыҡ ауыл" бәйгеһенә ҡушылып...Беҙҙең ауыл айныҡ ауыл,Почёт бөттө хәмергә.Шул хәмерҙе һемреп эсеп,Төшә яҙҙыҡ ҡәбергә.

Эй эрәхәт, шайтан һыуын
Ауыҙға ла ҡапмағас.
Зәм-зәм һыуы тип алданып,
Әлһерәшеп ятмағас.

Бәхет өсөн, тиеп эстек
Туйҙарҙа өс көн буйы.
Шул туйҙар туй булдымы ни,
Булды ул шайтан туйы!

Бәпес тыуғас, тәпәй йыуҙыҡ,
Оялам хәҙер шуға.
Өшөгәндә - йылыттылар,
Эсерҙеләр дарыуға.

Ирем эсһә, күҙҙәренә
Бире булып күрендем.
Эй ыстырам, нисә йылдар
Бире булып йөрөлдө.

Хәҙер айныҡтырып алдым,
Ирем бар бына тигән!
Күрше ҡатын минең айныҡ
Ирҙе күрергә ингән.

Эсеп йәшәгән йылдарҙың
Кемдән алайыҡ үсен?!
Балалар күрмәй үҫтеләр
Айныҡ атайҙың төҫөн.

Сәмәйсене тотоп алһам,
Ныу оятҡа ҡалдырам!
Сәмәй ҡойған аппаратын
Ут төртәм дә яндырам!

Нисек таптың, тип һорайҙар
Айныҡтырыу сараһын.
Алла һуғыр, хәҙер эсәм,
Тиеп кенә ҡараһын.

Үҙем дә "өшкөрҙөм" инде,
Өшкөрҙө мулла бабай.
Иман яйлап керә икән,
Булығыҙ, берүк, абай...

Ауыл менән бер көн килеп,
Беҙ айнырбыҙ, валлаһи!
Быға тиклем нисек итеп
Йәшәгәнбеҙ Аллаһыҙ?!

Бер кемдең дә барғаны юҡ,
Хәҙер шайтан һыуына.
Шайтан һыуы менән беҙҙә
Убыр ғына йыуына.

Шайтан һыуы ҡайғыһы юҡ,
Эй эрәхәт айнығас.
Гөрләтеп донъя көтәбеҙ,
Айнып китеп байығас.

Ғәлиә Кәлимуллина.
29.02.20
Читайте нас: