Яңы бешкән ҡоймаҡ түңәрәк ҡояшты һынландыра, ә ҡарасҡы инде ҡыш символы һымаҡ, уны яндырыу яңы миҙгелгә аяҡ баҫыуҙы аңлата. Яҙҙы ҡаршы алған, ҡояш тәүге сағыу нурҙарын һипкән мәлдә билдәләнгән был байрам хәҙер дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек байрамына әүерелгән. Шуға ла байрамда словяндар ғына түгел бар халыҡ бейеп, йырлап күңел асып ҡайтты. Тамашасыларға сәхнәлә йыр моң булһа, майҙанда әйлән-бәйлән, уйындар, эстафеталар, конкурстар ойошторолдо. Крәндилдәр менән фото төшөп, шәл менән ябынып бейеп, атта һыбай йөрөп, сәкән һуғып, ҡагиҙәргә тюбингҡа тағылып шыуып ял итте байрамға килеүселәр. Әлбиттә ҡоймаҡ менән һыйлау, сәй эсеү, ҡарасҡыны яндырыу йолаһы ла үтәлде. Тиҙҙән гөрләүектәр ҙә йүгереп китер әле.