Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына “Патриот” мәҙәни һәм ял итеү хәрби-ватансылыҡ паркы биләмәһендә, үҙенең Ватанын һаҡлау өсөн ҡылыс күтәргән хәрбиҙәрҙе рухландырыусы символ булараҡ, Рәсәй Ҡораллы Көстәренең храмы төҙөлә. Уның биләмәһендә һуғыш ветерандарының миллионлаған исемдәрен мәңгеләштергән “Хәтер юлы” галереяһы буласаҡ. Унда махсус технологиялар нигеҙендә һуғышта ҡатнашыусыларҙың исемдәре һәм фотолары ҡуйыласаҡ.
Тыуған ил өсөн көрәшкән туғандарын белеүсе һәр кем ғаилә архивында һаҡланған тарихи материалдарҙы һәм фотоларҙы бында ебәрә ала. Тик унда ветерандарҙың исем-шәрифтәрен, тыуған йылын, дәрәжәһен һәм хәрби хеҙмәткә ҡайҙан алынғанын яҙырға кәрәк.
Мәғлүмәтте 6 мартҡа тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районының хәрби комиссариатына (Хоҙайбирҙин урамы, 118-се йорт) 17-се бүлмәгә эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-сы яртынан киске сәғәт 5-кә тиклем (төшкө ял – 12.30-13.30 сәғ.) килтерергә мөмкин.