Ашҡаҙар
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2020, 15:05

Аяғымды һындырмаһам... теш табибы булмаҫ инем

Әҙилә Тәлғәт ҡыҙы ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА ҡалабыҙҙың 2-се стоматология поликлиникаһында стоматолог-пародонтолог булып эшләй. 1990 йылдан бирле тик бер генә урында утыҙ йыл эшләп, һаман да ошо эш урынына тоғро ҡалған.

- Эшемде бик яратам, оҡшай, - ти ул. “Теш табибы һөнәрен һайлау бала саҡтан килән хыял инеме?” тигән һорауыма нисек итеп фәҡәт ошо һөнәрҙе һайлауы тураһында бик ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән дә уртаҡлашты.
Әҙилә алты йәшендә аяғын һындыра. Үҙен дауалаған хирургка, дөрөҫөрәге, хирург һөнәренә ғашиҡ була. “Үҫкәс, мотлаҡ хирург буласаҡмын!” тигән хыял менән йәшәй.
- Оло апайым Зөлфиә – уҡытыусы: “Хирург эше бик ауыр бит, сәғәттәр буйы аяғөҫтө тороп эшләргә тура киләсәк. Ҡатын-ҡыҙ өсөн бик ауыр, көсөргәнешле эш”, - тип, стоматолог һөнәрен һайларға кәңәш итте, - тип һөйләй Асҡын районы Урмияҙ ауылы ҡыҙы. Шулай итеп, ғүмерлек һөнәрен ул осраҡлы ғына һайлай. Мәктәпте тамамлау менән Башҡорт дәүләт медицина институтының стоматология факультетына уҡырға инә. Ә уҡыуын тамамлағандан һуң инде уны яҙмыш Стәрлетамаҡҡа алып килә. Бына шулай, утыҙ йыл ғүмер үтеп тә киткән.
“Теш һыҙлауы – әҙәм белмәҫ ауырыу” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер халыҡта. Ә инде уны дауалаған кешегә икеләтә ҡыйын икәнлеген бер генә тапҡыр тешен дауалаған кеше лә аңлайҙыр, моғайын. Ә ғүмерендә бер ҡасан да теш табибына барып ҡарамаған кеше бар микән ул?! Юҡтыр, моғайын... Бына шундай ауыр ҙа, түҙемлелек тә талап итә стоматолог һөнәре.
- Форсаттан файҙаланып, үҙемдең коллегеларымды 6 март – Стоматологтар көнө менән, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы 8 Март байрамы менән ҡотлайым. Һәммәһенә лә ғаилә бәхете, күңел тыныслығы һәм, әлбиттә, яҡындарының һөйөүенә төрөнөп йәшәүҙәрен теләйем, - ти Әҙилә Тәлғәт ҡыҙы. Беҙ ҙә уны Яҙ һәм Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлайбыҙ! Алдағы тормошонда – еңел булмаған эшендә һәм шәхси тормошонда ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм рәхмәтле пациенттар теләйбеҙ!
Роза САФИНА.
Эльдар ФӘТТӘХОВ фотоһы.
Читайте нас: