Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Март 2020, 15:15

Ирҙәр бурысы тип тормайҙар

Ҡала транспортында йөрөгәндә йыш ҡына руль артында ҡатын-ҡыҙ булыуын күреп һоҡланабыҙ. Улар араһында 25 йыл троллейбус йөрөткән Кифая Миңлехан ҡыҙы Фәтҡуллина һымаҡ тәжрибәле остаз да, бында 10 йыл эшләргә өлгөргән Олеся Сергеевна Федорова һәм 21 йәшлек Ирина Антонова кеүек ярты йыл ғына эшләүсе батыр йөрәкле ҡыҙ ҙа бар. Әлбиттә, был гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөнәр һайлауҙа һәр береһенең үҙ тарихы, үҙ юлы…

Мәҫәлән, Кифая Миңлехан ҡыҙы бында троллейбус идаралығын Белоглазов етәкләгән ваҡыттан алып эшләй. Ул саҡта эш хаҡтарының һиҙелерлек юғары булыуын да билдәләп үтте водитель. Тормош иптәше менән ике бала үҫтергәндәр. Уларға фатир алып биреү маҡсатынан Кифая Фәтҡуллина 3 йыл ярым Мәскәүҙә лә троллейбус йөрөткән. Сөнки унда эш хаҡы айына 80 мең тәшкил иткән булған. “Баш ҡалала эшләүселәрҙең күбеһе Башҡортостандан ине”, – тип хәтерләне хеҙмәт юлының шул саҡтағы биттәрен Кифая Фәтҡуллина. Әле ул, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, эшен яратҡанға күрә, хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ троллейбустар идаралығында дауам итә. Әйткәндәй, уға аварияһыҙ эшләгән өсөн махсус значок та биргәндәр. “Эшеңде ысын йөрәктән яратһаң, уның ауырлығы һиҙелмәй”, – ти ул.
Олеся Федороваға килгәндә инде, уның әсәһе был идаралыҡта оҙаҡ йылдар кондуктор булып эшләгән. Әлбиттә, иртәнге 4-тә эш башлар өсөн ихтыяр көсө лә, үҙ эшеңде мөкиббән китеп яратыу ҙа кәрәктер. Иң һоҡландырғаны: ул ғаилә ҡорорға ла, ҡыҙ үҫтерергә лә өлгәргән. “Өйҙәге тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ ҡатын-ҡыҙҙар эшен башҡарырға ла ваҡыт кәрәк бит әле” –тиеүемә: “Эшебеҙҙе ауыр тип тапҡандар бында оҙаҡ сыҙамай, китә һалалар,” – ти Олеся. Ирҙәр эшен башҡарған был гүзәл затҡа һоҡланмау мөмкин түгел!
Троллейбус идаралығында тәүге аҙымдарын башлаусы Ирина Юрьевна был һөнәрҙе атаһының кәңәше буйынса һайлаған. Ул эш хаҡынан бик ҡәнәғәт. “Эште башлағанда бөтөнләй ҡурҡыныс түгел ине, ә хәҙер юлдағы бөтә яуаплылыҡ үҙ өҫтөмдә, шуға ла тулҡынланған саҡтар ҙа була”, – ти йәш водитель. “Егеттәр бәйләнеп баш әйләндермәйҙәрме һуң?” – тип һорайһы иттем был һылыу ҡыҙҙан. “Күберәген иҫеректәр бәйләнә”, – тип ихлас көлдө ул. Шулай ҙа был йәп-йәш һылыу ҡыҙҙың руль артына ултырған тәүәккәллеге һоҡландырҙы.
Ҡыҙҙарҙың барыһына ла аварияһыҙ юлдар теләргә генә ҡала.
Читайте нас: