Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март 2020, 12:00

Афарин, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар!

Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе” IV республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Бүләкләү тантанаһы ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан “Торатау” конгресс-холында үтте. Сараны Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойошторҙо.

“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының гүзәлдәре быйыл ун номинацияға дәғүә итте. Әммә унда ҡатнашҡан һәр ҡатын-ҡыҙ еңеүсе тип әйтһәк тә, хата булмаҫтыр. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы депутаты Гөлнур Ҡолһаринаның был йәһәттән: “Милләтебеҙҙең арҡа һөйәге, рух ҡеүәтен күтәреүсе һәм булдырыусы, телебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ һағында тороусы, киләсәген булдырыусы, йәштәребеҙҙе әйҙәүсе, халҡыбыҙ һәм илебеҙҙең ныҡлы нигеҙен булдырыусы ул – ҡатын-ҡыҙ. Дан һеҙгә, милләт әсәләре!” – тигән ҡотлау һүҙҙәре сараның ғына түгел, ғөмүмән, гүзәл заттың асылын асып бирҙе һымаҡ.
Проектта быйыл 500-ҙән ашыу гүзәл-зат вәкиле ҡатнашырға теләк белдергән. Улар араһында ун бер бала үҫтергән әсәләр ҙә, үҙ эшен асҡан ханымдар ҙа, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан йәштәр ҙә, йөҙйәшәр инәйҙәр ҙә бар ине.
Һәр йылдағыса, стәрлетамаҡтар ҙа был саранан ситтә ҡалманы. Береһенән-береһе уңған, матур, ихлас, сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ – Зөһрә Сәләхова “Ҡатын-ҡыҙ – ғалимә”, Сәйҙә Әхмәтвәлиева “Ҡатын-ҡыҙ – өлкән быуын йәмәғәт эшмәкәре” номинацияларында еңеүсе тип танылһа, финалистар Миләүшә Ғирфанова, Светлана Тимерғәлиева, Эльвира Әсфәндиәрова, Фәниә Мифтахова, Хәлиҙә Абдрахманова Диплом һәм Маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булды.
Уларҙың барыһын да ихлас ҡотлап, ҡатын-ҡыҙ бәхете, ғаилә именлеге, ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ.

Миләүшә РАМАҘАНОВА.

Читайте нас: