Ашҡаҙар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Март 2020, 10:30
Һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ!
Хөрмәтле гүзәл заттар! Һеҙҙе йылы һәм наҙлы яҙ байрамы – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым!
8 март – гүзәл ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға һоҡланыу һәм һөйөү һүҙҙәре еткереү өсөн матур бер сәбәп. Һеҙ беҙҙе, ир-егеттәрҙе, яңынан-яңы уңыштарға һәм ҡыйыу эштәргә дәртләндерәһегеҙ. Һөнәри эшмәкәрлегегеҙҙә еңеллек менән юғары уңыштарға ирешәһегеҙ һәм шул уҡ ваҡытта ғаилә усағын һаҡлаусы ла булып ҡалаһығыҙ.
Һөйөклө ҡатын-ҡыҙҙар, һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхеттәр һәм ғаилә именлеге теләйем! Йортоғоҙҙа һәр саҡ үҙ-ара аңлашыу һәм татыулыҡ булһын, һөйөп-һөйөлөп йәшәгеҙ! Байрам менән!
Владимир КУЛИКОВ
,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.
Читайте нас: