Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Март 2020, 17:05

Һанлы мәғлүмәт алтынға тиң

Рәсәйҙең министрлыҡтары һәм ведомстволары өсөн мәғлүмәт менән эш итеүҙә өс йыллыҡ һанлы мәғлүмәт программаһы төҙөләсәк.

Был турала Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин ведомство етәкселәре урынбаҫарҙары һәм һанлы трансформация өсөн яуаплы вәкилдәр ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә хәбәр итте.
“Ошо арала һанлы трансформация өсөн ведомство программаһы төҙөләсәк, ул өс йылға иҫәпләнгән”, – тине етәксе. – Әйткәндәй, бөгөнгө көндә мәғлүмәт реаль ваҡытта килеп тора”, – тип тә өҫтәне Мишустин.
“Әлеге заманда мәғлүмәт – ул нефткә, алтын һәм платинаға тиң”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды премьер, уны традицион ресурстар менән сағыштырып. Ул шулай уҡ һанлы мәғлүмәт ресурстары бер ҡасан да һүрелмәйәсәген һәм уға хаҡ төшмәйәсәген билдәләп үтте.
Читайте нас: