Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Март 2020, 12:05

Төҙәтмәләрҙе заман үҙе талап итә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр индереүҙе тәҡдим иткәйне. Ғинуарҙа ул Рәсәй Дәүләт Думаһына ил Конституцияһына үҙгәрештәр сағылдырылған закон проектын тәҡдим итте.

Ил етәксеһе, шулай итеп, 1993 йылғы Конституцияның ғәмәли әһәмиәте кәмемәһә лә, заман талаптарын иҫәпкә алып, уға үҙгәрештәр индереү зарурлығы хаҡында белдерҙе. 11 мартта Рәсәй Дәүләт Думаһы өсөнсө уҡыуҙа Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына төҙәтмәләрҙе ҡабул итте. Әле киң мәғлүмәт сараларында Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү тураһында фекер алышыуҙар бара.

Илебеҙҙең Төп Законына индереләсәк төҙәтмәләргә ҡарата фекерен белдереүҙе һорап, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Руфина Алик ҡыҙы Шаһаповаға мөрәжәғәт иттек.

“Донъяла үҙгәрештәр даими булып тора. Бөгөнгө көн талаптарына яраҡлаштырылып, илдең Төп Законына ла төҙәтмәләр индерелә. Конституцияның һәр пункты кеше тормошо яҡшыраҡ булһын өсөн эшләнелә. Һанлаштырыу, аграр һәм башҡа тармаҡтар менән бер рәттән, экология мәсьәләләре лә Төп Законда ҙур урын урын алырға тейеш”, – тине Руфина Алик ҡыҙы.

Автор: Айһылыу Низамова.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: