Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2020, 02:00

БЕСӘЙ РӘНЙЕШЕ ТӨШТӨ

Бер көн ҡатыны шул йән эйәләрен йылғаға алып барып батырған.

Был ғаилә менән сираттағы сәфәрҙә таныштым. Күренеп тора – уңғандар. Донъя-тирәләре төҙөк, күп итеп мал тоталар. Берҙән-бер улдары Өфөлә уҡып йөрөй.

– Тағы бәпестәр алып ҡайтһағыҙ була инде, – тинем йорт хужаһына. – Мохтаж түгелһегеҙ.
Ир моңһоу ғына итеп ҡараны ла:
– Ҙур ғаиләлә үҫкәс, үҙемдең дә балаларым күп булыр тип уйлай инем, – тип көрһөнөп ҡуйҙы. – Үкенескә ҡаршы, Хоҙай беҙгә башҡаса бәпес бирмәҫ инде…
- Ниңә улай тип әйтәһегеҙ?
Ир ошо тарихты һөйләне. Баҡһаң, улар икенсегә бәпәй алып ҡайтырға йөрөгәндә бесәйҙәре балалаған. Бер көн ҡатыны шул йән эйәләрен йылғаға алып барып батырған.
– Инәһе балалары өсөн шул тиклем ҡайғырҙы, күҙ йәше сығарып иланы, хатта әллә нисә көн буйы ашаманы. Уны күреп үҙемдең йөрәгем өҙөлгәндәй булды… Бер нисә көндән ҡатыным ауырып китте лә, "Ашығыс ярҙам" саҡырттым. Балабыҙ үле тыуҙы…
Был һүҙҙе әйткәндә ирҙең күҙҙәрендә йәш бөртөктәре күренде.
– Ошонан һуң ҡатыным бер ҙә ауырға ҡала алманы. Бер өлкән инәй: “Һеҙгә бесәйҙең рәнйеше төшкән", – тигәс, шаҡ ҡаттыҡ…

Венер Исхаков.

Фото: ludirosta.ru

  • Читайте нас: