Ашҡаҙар
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Март 2020, 00:21

Рәсәй Конституцияһының 83-сө статьяһына төҙәтмәләр индерелә

Премьер-министр эштән китһә, уның менән тотош Хөкүмәт тә отставкаға ебәрелә ине.

Хәҙер Конституцияның 83-сө статьяһында түбәндәгеләр үҙгәрәсәк:

- Премьер-министрҙы Хөкүмәтте отставкаға ебәрмәйенсә лә эштән бушатыу.

Президент Дәүләт Думаһы раҫлаған теләһә ҡайһы вице-премьерҙы ла, министрҙы ла вазифаһынан ебәрә ала.

- Дәүләт Советы – конституцион орган. Уны Президент формалаштыра. Әлеге ваҡытта Дәүләт Советы Президент ҡарамағындағы кәңәшмә органы иҫәпләнә. Уның Рәйесе – ил башлығы үҙе. Федераль Йыйылыш палаталары вәкилдәре, Дума фракциялары етәкселәре, Президенттың федераль округтарҙағы тулы хоҡуҡлы вәкилдәре, субъекттар башлыҡтары Совет ағзалары булып тора.

"Йәшлек" гәзитенән.

Фото: pyshem-dolg.ru

Читайте нас: