Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2020, 13:55

Һаҡланғанды - һаҡлармын тигән Хоҙай!

Был мәкерле ауырыу (исемен әйтке лә килмәй) Ер йөҙөндәге халыҡты тамам ҡурҡыуға һалды. Әле яңыраҡ ҡына “иртәгәһен ишәк ҡайғыртҡан” тип, һин дә мин йөрөп ятҡан кешеләр зыҡ ҡубып аҙыҡ-түлек менән дарыуға запас йыя башланы.

Иртәгә ни булырын бер кем дә белмәй тип, магазиндарҙан кемуҙарҙан аҙыҡ-түлек, аптекаларҙан төрлө вирустарға ҡаршы дарыуҙар, битлектәр һатып алалар. Нисек кенә булмаһын, бындай осраҡта паникаға бирелмәҫкә ҡуша белгестәр.
Ә бына ниндәй дарыуҙар файҙалыраҡ һәм табиптар ниндәй дарыуҙар ҡулланырға кәңәш итә икән – ошо таблицаға күҙ һалайыҡ әле.
Бер-беребеҙгә сәләмәтлек һәм таҙалыҡ теләйек!
Роза САФИНА.
Читайте нас: