Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Март 2020, 00:35

“Рәсәйҙә сәләмәт йәшәү рәүеше милли идея кимәленә күтәрелә”

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына индереләсәк төҙәтмәләргә ҡарата ниндәй фекерҙә булыуын белешеп, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы” төбәк ижтимағи ойошмаһы советы рәйесе Римма Үтәшеваға мөрәжәғәт иттек.

– Мин тәү сиратта үҙемә яҡын булған һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә туҡталғым килә, - тине Римма Әмир ҡыҙы. - Конституцияға бик мөһим төҙәтмәләр индерелә: медицина ярҙамы түләүһеҙ, сифатлы, һәр кем ала алырлыҡ булырға тейеш. Әлегәсә ғәмәлдә булған Төп Законда был хаҡта әйтелмәгән ине. Бында ФАП-тар, тәүге ярҙам күрһәтеү, махсуслаштырылған, юғары технологиялы медицина ярҙамы тураһында һүҙ бара. Улар өсөн тейешле шарттар булдырыласаҡ, йәғни табиптар, квалификациялы белгестәр, фельдшерҙар менән тәьмин итеүҙе яҡшыртыу, яңы ФАП-тар төҙөү, диспансеризацияның һөҙөмтәлелеген арттырыу күҙ уңында тотола.
Минең иғтибарымды йәлеп иткән, ҡыуандырған икенсе күренеш – сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу өсөн шарттар тыуҙырыуға бәйле тәҡдим. Элек табиптарға халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыуға айына алты сәғәт ваҡыт бирелә ине. Беҙ лекциялар уҡыныҡ, йәмғиәттең уртаһында булдыҡ. Әле килеп ошо матур эштәргә яңынан иғтибар бирелеүе, уларҙы тергеҙеү хаҡында тәҡдим индерелеүе ҡыуандырҙы. Был тәңгәлдә уҡытыусылар, медицина хеҙмәткәрҙәре сәләмәт йәшәүҙе үҙ миҫалында танытып, шәхси өлгө күрһәтә аласаҡ, ғаилә спорты менән шөғөлләнеүгә шарттар киңәйәсәк. Ғөмүмән, бөгөн сәләмәт йәшәү рәүеше Рәсәйҙә милли идея кимәленә күтәрелә бара.
Фото: ufa.kp.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: