Ашҡаҙар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Март 2020, 18:36

Рәхмәт әйтеп өлгөрәйек!

Стәрлетамаҡ районында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына әҙерлек буйынса әүҙем эш алып барыла. Улар араһында иң мөһиме – Еңеүҙең юбилей миҙалын тапшырыу. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тарафынан булдырылған дәүләт наградаһы ветерандарыбыҙҙың бөйөк ҡаһарманлыҡтарына тәрән ихтирам күрһәтеү булып тора ла инде.

Район хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡов, райондың ветерандар советы рәйесе Николай Миронов, ауыл биләмәләре башлыҡтары ветерандарҙы ҡотлап, уларға иң мөһиме – һаулыҡ теләй. Күптән түгел Яңы Краснояр ауылында ла шундай тантаналарҙың береһе үтте. Ғүмере буйы ошо ауылда йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Петр Хуторненконы килеп ҡотлап, Еңеү миҙалы тапшырҙылар. Ветеранға уҡыусылар ҙа ҡотлау сәләмдәре еткерҙе. Улар йырҙар йырлап, шиғырҙар һөйләп тантанаға йәм өҫтәне.
Петр Кондратьевич 1927 йылдың 1 мартында ошо ауылда тыуған. Ул 1944 йылда армияға алына һәм Кавказға эләгеп, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Һуғышта яралана һәм контузия ала. Әммә тыуған йортҡа юл бик оҙон була, ул 1953 йылда ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ошо ҡайтҡанынан алып бөгөнгәсә кендек ҡаны тамған еренә тоғро ҡала, ғүмере буйы “Ҡыҙыл байраҡ” колхозында эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Стәрлетамаҡ районы халҡы ла был ҡот осҡос һуғышта фиҙәҡәрлек күрһәтә. Һуғышҡа алынған 11 мең кешенән 7 меңе генә иҫән-имен әйләнеп ҡайта. Яҡташтарының ҡаһарманлыҡтары менән улар ғорурлана, һәр саҡ иҫкә алалар. Илгә тыныслыҡ алып килгән ветерандарҙың рәте лә йылдан-йыл кәмей бара. Иң мөһиме – Бөйөк Еңеү өсөн, хәрби батырлыҡтары өсөн ветерандарыбыҙға рәхмәт әйтеп өлгөрәйек.
Ләйсән МӘЙОСОПОВА.
Стәрлетамаҡ районы.
Фото район хакимиәтенең рәсми сығанаҡтарынан алынды.
Читайте нас: