Башҡортостан Республикаһының дәүләт бурысын үтәү маҡсаты менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте 37 фатир һатып алған. Яңы фатирҙарҙа ремонт яһалған, унда әленәнә үк өҫтәмә сығымдар индермәйенсә инеп йәшәргә мөмкин, тип хәбәр ителә. Фатирҙар Химиктар урамында төҙөлгән яңы йорттарҙа урынлашҡан. Әле фатирҙарға асҡыстарҙы 11 кеше алған. Ошо арала ҡалған фатирҙарға ла асҡыстар тапшырыласаҡ.