Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2020, 10:52

Ҡалала йәмәғәт транспортының йөрөү ваҡыты үҙгәрә

Республика биләмәһендә тулы изоляция режимы индерелеүгә бәйле, Стәрлетамаҡта йәмәғәт транспортының йөрөү ваҡыты үҙгәрә.

Стәрлетамаҡ троллейбустар идаралығы” муниципаль унитар предприятиеһы автобустары һәм троллейбустары түбәндәге расписание буйынса ҡала халҡын эш урынына тиклем алып барасаҡ һәм алып ҡайтасаҡ:

- 6.00-9.00 – троллейбустар һәм 41-се, 43-сө автобус маршруттары һәм 7.00-10.00 сәғәткә тиклем 40-сы автобус маршруты;

- 14.00-17.00 – троллейбустар, 14.00-21.00 – 41-се һәм 43-сө автобус маршруттары һәм 16.00-19.00 сәғәткә тиклем 40-сы автобус маршруты;

- 21.00-00.30 – 1-се,2-се,3, 7, 8, 13, 14-се һәм 17-се троллейбус маршруттары.

Башҡа ваҡыттарҙа “СТУ” предприятиеһының пассажирҙар транспорттары хәрәкәте туҡтатыла.

Шулай уҡ 1 апрелдән 5-енә тиклем бер нисә автобус маршрутының йөрөү ваҡыты үҙгәрә:

- 30-сы маршрут 7.00-10.00 сәғәткә һәм 15.30-22.00 сәғәткә тиклем;

- 31-се, 32-се, 33, 35, 36-сы маршруттар – 6.00-9.00 сәғәткә һәм 14.00-22.00 сәғәткә тиклем;

- 34-се, 45-се маршруттар – 6.00-9.00 һәм 14.00-22.00 сәғәткә тиклем;

- 8-се маршрут 7.00-10.00 сәғәткә һәм 15.30-22.00 сәғәткә тиклем.

7-се, 15-се һәм 17-се маршруттарҙың йөрөү ваҡыты үҙгәрешһеҙ ҡала.

Сәнәғәт, транспорт һәм бәйләнеш бүлеге.

Читайте нас: