Ашҡаҙар
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2020, 15:47

Эш биреүселәр иғтибарына!

Яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәшкә йүнәлтелгән Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Башҡортостан Башлығы указдарына бәйле, Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә “Юғары әҙерлек” режимы осоронда һәм сикләү саралары режимында махсус пропускылар, шулай уҡ эш биреүселәргә ҡала биләмәһендә йөрөү өсөн махсус справка формалары биреү тәртибе раҫланды.

Документтарҙы биреү тәртибе һәм башҡа нормалар менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең 2020 йылдың 31 мартындағы “Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы биләмәһендә ғәмәлдәге “Юғары әҙерлек” режимы осоронда һәм сикләү саралары режимында махсус пропускылар биреү тәртибен раҫлау тураһында”ғы 706-сы һанлы ҡарарында (http://www.sterlitamakadm.ru/regulatory/akt/2020-god/2020-03-31_706.pdf) танышырға мөмкин.

Шулай уҡ раҫланған форма буйынса справка биреләсәк предприятиеларға һәм ойошмаларға таблица тултырып (Microsoft Excel), электрон почтаға ([email protected]) ебәрергә кәрәк:

Тулы изоляция режимында хеҙмәткәрҙәргә бирелә торған эш биреүсе өсөн справка формаһы;

Кире бәйләнеш өсөн таблица формаһын электрон почтаға ([email protected]) ебәрергә кәрәк. Был справка формалары ҡала хакимиәтенең рәсми сайтында (http://www.sterlitamakadm.ru/adm/news/vnimanie-obyavlenie-01-04/) урынлаштырылған.

Граждандар махсус пропуск алыу өсөн ҡала буйлап йөрөргә кәрәклекте раҫлаусы ғариза менән Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенә мөрәжәғәт итергә тейештәр. Ғаризаны электрон почтаға ( [email protected]) ебәрергә кәрәк.

Граждандар ебәргән ғаризаны хакимиәт бер тәүлек эсендә ҡарай, можтажлыҡ бармы-юҡмы икәнлеген тикшерә. Раҫлаған осраҡта, махсус пропускыны ҡала хакимиәтендә (Октябрь проспекты, 32-се йорт) 1-се ҡатта пропуск биреү пунктында алырға мөмкин.

БР Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте

Читайте нас: