Ашҡаҙар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Апрель 2020, 15:57

СТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫ ЛА #ШАЙМУРАТОВГЕРОЙ ФЛЕШМОБЫНА ҠУШЫЛДЫ

Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡов #Шаймуратовгерой флешмобына ҡушылып интернетта ойошторолған был хәрәкәтте ҡеүәтләне.


Интернет селтәрендә ойошторолған флешмобты бик күп етәкселәр күтәреп алды. Был саранан Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы ла ситтә ҡалманы.
“Мине тыуған ерем, халҡым өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тулыландыра – Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙ указы менән легендар комдив генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй геройы йондоҙо тапшырып, тарихи дөрөҫлөктө тергеҙҙе. Ул үҙ үҙен аямай һуғыш фронттарында алышҡан. Уның етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия девизияһы һуғыштың иң ауыр мәлдәрендә фашистарҙы ҡурҡыу аҫтында тотҡан” – тип яҙа үҙ сәхифәһендә Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы Әнүәр Абдрафиҡов.
Ысынлап та, был награданы Миңлеғәле Шайморатов үҙе күрмәһә лә, нисәмә йылдар үткәндән һуң тарихи ғәҙеллек урынлашыуға бар халыҡ ҡәнәғәтлек кисерә.
Читайте нас: