Ашҡаҙар
+11 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Апрель 2020, 14:00

Апрелдә “Рәсәй почтаһы” Башҡортостан халҡына пенсияларҙы һәм пособиеларҙы йорттарына килтерәсәк

Илдә хәүефле эпидемиологик хәлгә бәйле, республика халҡы йорттарынан сығып йөрөмәһен өсөн “Рәсәй почтаһы” йәмғиәте ярҙам итергә әҙер.

Апрелдә почтальондар пенсия һәм пособиеларҙы йорттарға килтерәсәк. Әлеге ваҡытта республикала йәшәүсе пенсионерҙарҙың 6,5 проценты пенсияларын почта бүлексәләренә үҙҙәре килеп алып йөрөй. Ә апрелдә почтальондар уларға ла пенсияны өйҙәренә килтерәсәк.

Шулай уҡ республикала йәшәүселәр телефонда 8-800-1-000-000 һандары аша контакт үҙәгенә бушлай шылтыратып, почта бүлексәләрендә булған кәрәкле тауарҙарҙы килтереүгә һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн заявка бирә ала. Махсус мобиль почта-касса терминалы менән почтальондар йорттарығыҙға килеп хеҙмәтләндерәсәк, йәғни торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе, матбуғат баҫмаларына яҙылыуҙы йорттарға килеп башҡарасаҡ. Түләүҙәр өсөн һеҙгә шунда уҡ касса чегы ла биреләсәк.

Компанияның сайтында һәм мобиль ҡушымтала посылкаларҙы алыу өсөн заказ бирергә, матбуғат баҫмаларына яҙылырға, дәүләт органдары менән электрон форматта юридик әһәмиәттә үҙ-ара яҙышыу алып барырға һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләргә мөмкин. Почта хеҙмәттәрен онлайн сервис аша башҡарыу почта бүлексәләрендә булыу ваҡытын күпкә кәметергә булышлыҡ итә.
“Рәсәй почтаһы” клиенттарынан бүлексәләргә йөрөмәй тороуҙы, дистанцион хеҙмәтләндереү каналы менән файҙаланыуҙы үтенә. Роспотребнадзор тәҡдименә ярашлы, бүлексәләрҙә клиенттар һаны күп булырға тейеш түгел. Хеҙмәтләндереү мәлендә клиенттар араһында 1,5-2 метр дистанция һаҡланырға тейеш. Ошоға бәйле, иҙәнгә билдә ҡуйыласаҡ.

2 һәм 3 апрелдә почта бүлексәләре ғәҙәттәгесә эшләйәсәк. Клиенттарға барлыҡ хеҙмәттәр ҙә күрһәтеләсәк. Почта бүлексәләренең артабанғы эш режимы тураһында өҫтәмә хәбәр ителәсәк.

Читайте нас: