Бер нисә алдаҡ яңылыҡтыҡарап үтәйек әле. “Төнөн вертолеттан осоп йөрөп дезинфекция яһаясаҡтар, тәҙрәләрегеҙҙе ябығыҙ” тигән серле хәбәргә нисек ышанмаҫҡа, шулай ҙа был ысынбарлыҡҡа тап килмәй. Ышанғандар иһә тәҙрәләрен көпләп ябып ҡуйҙы, малдарын да, хайуандарын да йәшерергә онотманы. Һаҡланғанды – Хоҙай һаҡлар бит. артабан үҙәкләштерелгән һыу системаһы аша килгән һыуҙы ағыулап вирусты үлтерәләр тигән хәбәр ҙә булғайны, йәнәһе, кран аша килгән
һыуҙы эсергә ярамай. Эйе был хәбәр ҙә үҙ йоғонтоһон килтерҙе, магазин кәштәләрендә һыуҙы һатып алып бөттөләр. Ә был хәбәрҙе ишетмәгәндәр, крандан
аҡҡан һыуҙы ҡулланғандар береһе лә һәләк булмаған, һаман да йәшәп ята. Ғөмүмән алғанда, кем эсәр һыуҙы махсус рәүештә ағыулап ятһын инде. Фейктарҙы
ысынбарлыҡтан да айырыуы ҡыйын ҡайһы саҡта, сөнки махсус рәүештә ысын һүҙҙәр ҙә ҡыҫтырыла.
Бына яңы төҙөлгән дауаханалар тураһында ҡайһылай ҡуйыртып ебәрҙеләр. Йәнәһе лә, сит илдән ҡайтҡан ауырыуҙарҙы ҡала уртаһындағы дауаханаға килтереп тултырғандар, һаны ла бихисап – ике мең ярым кеше. Эйе, ысынлап та, дауаханалар яңы эш режимына күсә, яңылары төҙөлөп ята, ә медицина хеҙмәткәрҙәре алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Тик был вирус менән көрәш планы буйынса башҡарыла, халыҡ ауырый башлағас ҡына дауаханалар төҙөргәме? ул ваҡыт еткәс, ниңә алдан төҙөмәнегеҙ, тигән һорауҙы иң беренсе булып кем бирер икән, тап ошо фейктарға ышанып йәшәүселәр, әлбиттә. Тик ул ваҡыттар етмәһен инде, ситтән генә урап үтһен бәлә-ҡазалар.
Шулай ҙа фейктар бик күп, дезинфекция яһайбыҙ тип газ менән иҫертеп, бар мөлкәтегеҙҙе сығарырға әҙер булған бурҙар, ҡатын-ҡыҙҙың гигиена әйберҙәре ярҙамында битлектәр яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре, коронавирусты “утлы һыу” алкоголь ярҙамында үлтереү һәм башҡаһы. Әлбиттә, һәр береһенә яуап әҙерләгәнсе алдаҡ
яңылыҡтарҙың яңынан-яңыһы барлыҡҡа килә. Әйткәндәй, дуҫтар, беҙ үҙебеҙҙең социаль селтәрҙәрҙә был йәһәттән махсус рәүештә кешеләрҙең уяулығын һынап ҡараныҡ
һәм матбуғат дуҫтары араһында һәр һүҙҙе анализлаған, шулай уҡ хатта беҙҙең менән бәйләнешкә ингән уҡыусыларыбыҙ, төркөмдәштәребеҙ барлығын аңланыҡ. Тимәк, Башҡортостан өсөн фейктар ул тиклем ҡурҡыныс түгел.
Фейк яңылыҡтар күбеһенсә ваҡиғаның ҡайһы илдә булыуын, аныҡ ваҡытын, кем тарафынан, ниндәй саралар ярҙамында башҡарылыуы – конкрет исемдәр менән нығытылмай. Ғәҙәттә, алдаҡ яңылыҡтар үҙ медия ресурстарында монетизация яһау ысулы, шулай уҡ магазиндарҙа ниндәйҙер тауар хаҡын, һатып алыу ҡеүәтен арттырыу өсөн ҡулланыла. Быны ниндәйҙер кимәлдә һәр кем аңлай, әммә төрлө яҡтан яуҙырған хәбәрҙәргә нисек ҡаршы торорға һуң? Етмәһә, һәр һүҙгә ышаныусан йәмғиәт осоронда йәшәйбеҙ.
Хужа Насретдин тураһындағы көләмәстәр иҫкә килеп төшә. Дуҫтарын шаярырға теләп, тау артында Ҡыш бабай кәнфит тарата, тип алдай ул. бөтәһе лә тауға табан йүгерә башлағас, үҙе лә быға ышанып, улар артынан китә...
Эльдар Фәттәхов.