Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Апрель 2020, 23:40

WHATSAPP ФЕЙКТАРҒА ҠАРШЫ СИКЛӘҮ ӘҘЕРЛӘЙ

Популяр мессенджер WhatsApp хаттарҙы бер-береңә күсереп таратыу буйынса сикләүҙәр әҙерләй, был коронавирусҡа бәйле ялған мәғлүмәттәр таралмаһын өсөн эшләнә, тип хәбәр ителә компания сайтында. Хәҙер хат-хәбәрҙе чатҡа бер тапҡыр ғына һалырға мөмкин буласаҡ.

«Былтыр ҡушымта ҡулланыусыларына хаттарҙың концепцияһын билдәләгән инек, унда күп тапҡыр күсереп ебәрелгән хаттарға ике билдә ҡуйыла ине. Бындай хаттарҙы ябай яҙышыу менән сағыштырғанда үтә шәхсән түгел. Хәҙер беҙ бындай хаттарға сикләүҙәр индерәбеҙ, уны бер чатҡа ғына күсерергә мөмкин буласаҡа», - тип хбәр ителә иғланда.
Компания һүҙҙәренсә, WhatsApp аралашыуҙың шәхсән булыуы яҡлы һәм ялған хәбәрҙәргә ҡаршы тора.
Шулай уҡ, WhatsApp ҡулланыусыларға теүәл мәғлүмәт еткерер өсөн Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм милли һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары менән хеҙмәттәшлек алып барғаны билдәле.
Читайте нас