Кисә иртәнге сәғәт туғыҙға билдәле булыуынса, республикала 22 кешелә коронавирус асыҡланды. Ғөмүмән, тағы 6 кеше өҫтәлде. Әлеге ваҡытта 142 кеше диагноз раҫланыуын көтөп дауаханала ята. 4 меңдән ашыу кеше – үҙаллы изоляцияла. Үкенескә ҡаршы, үлем осраҡтары ла юҡ түгел. Башҡортостанда коронавирусҡа бәйле беренсе үлем осрағы раҫланды. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында 80 йәшлек пациенттың үлеменә мейе шешеүе сәбәпсе булған, ә шулай ҙа ул үлгәндән һуң коронавирус барлығы асыҡланған. Быға бәйле табиптар ҙа дауаханала үҙаллы изоляцияла ҡалырға мәжбүр булды. Әйткәндәй, бындай хәл башҡа дауаханаларҙа ла күҙәтелә.
Ҡыуаныслы яңылыҡтар ҙа бар, әлбиттә: 6 пациент һауығып сыҡты. 13 меңдән ашыу кеше тест тапшырып өлгөрҙө.
Рәсәйҙә иһә, сирләүселәр һаны 9 меңгә етеп бара, 63 кеше вафат булды, 600-гә яҡын кеше һауығып сыҡты. Донъя кимәленә килгәндә, сирлеләр 1,3 миллондан ашты, АҠШ-та ғына ла 400 меңгә яҡын.
Әлбиттә, был һандар – гәзитте баҫмаға әҙерләгән мәлгә алынған мәғлүмәт, үкенескә ҡаршы, хәлдәр сәғәтләп һайын тиерлек үҙгәреп тора. Шулай ҙа, киләһе һанда коронавирус һандары буйынса ыңғай хәлдәр тураһында хәбәр итергә яҙһын.