Ашҡаҙар
+8 °С
Облачно
Йәмғиәт
9 Апреля 2020, 13:04

ТАНЫҠЛЫҠТАРҘЫҢ СРОГЫ ОҘАЙТЫЛА

Рәсәй Президенты Владимир Путин Хөкүмәткә граждандарҙың барлыҡ шәхси таныҡлыҡтарын кәмендә өс айға автоматик рәүештә оҙайтыу механизмын эшләргә ҡушты. Был турала ул төбәк башлыҡтары менән кәңәшмә ваҡытында хәбәр итте.

«Хәҙер кешеләрҙә ҡағыҙ эше һәм инстанциялар буйынса йөрөү ҡайғыһы түгел, шуға күрә Хөкүмәттең паспортты, машина йөрөтөү таныҡлығын һәм шәхесен раҫлаусы башҡа документтарҙы кәмендә өс айға автоматик рәүештә оҙайтыу механизмын эшләүҙе һорайым», - тине Рәсәй Президенты.
Бынан тыш, эшһеҙҙәрҙе рәсмиләштереү ябайлаштырылып дистанцион форматта яһаласаҡ, тине ул.
Читайте нас