Ашҡаҙар
+17 °С
Облачно
Йәмғиәт
14 Апреля 2020, 15:35

Бер хәл иҫкә төштө...

,, Сафияла ҡунаҡта'' студияһы асылған мәл...Сафия менән магазиндан сығып киләбеҙ. Ҡапыл Земфира, тип шым ғына килеп ҡулымдан тотҡанға терт итеп ҡалдым ! Алдымда 55 йәштәр самаһындағы бер ҡатын тора, күҙҙәрендә һағыш, тауышында ниндәйҙер шом, бер миңә , бер Сафияға мөлдөрәп ҡарағанға ҡыйын булып китте. Сафия һәр саҡтағыса ихласлап, ооо привет как дела? , тигәйне ҡатындың күҙ йәштәре килеп сыҡты.

,, Эх, минең дә ҡыҙым Даун синдромы менән ине, ләкин мин ҡалдырып киттем, хәҙер уға 30 йәш тирәһе булыр ине'', тип йәнә мыш- мыш килеп танауын һөрткөләне! Бына һин молодис ҡурҡмағанһың, ә миңә ирем сразу әйтте, өйгә алып ҡайтып йөрөһәң мине күрмәйәсәкһең, кешенән оят, урод бала тапҡан , тип һөйләрҙәр
тине . Ул ғына түгел врачтар ҙа йәбеште, ул оҙаҡ йәшәмәйәсәк, атламаясаҡ, бер нимә лә аңламаясаҡ , йәшһең әле тағы табырһың тинеләр.Мин ни иҫәңгерәп ҡайтта кит , өйҙәгеләргә үле тыуҙы тинек. Аҙаҡ йәнә ике игеҙәк ҡыҙым тыуҙы. Даун бала онотолоп китте, ҡайҙа икәнен дә белешмәнем, оноторға тырыштым. Донъя баҫты, балаларға әүрәнем, тик яңғыҙ өйҙә ҡалһам ғына йөрәк семтем ала, ошо мәлдә лә үҙемде тиҙ генә ҡулға ала инем! Ваҡыт үтә торҙо, ҡыҙҙарға 10 йәш тирәһендә йәнә ауырға ҡалдым. Ирем ныҡ малай теләне, был ике ҡыҙҙы бик күңелен биреп яратмағанын һиҙә инем, гел генә миңә, бер малай табалманың инде тине. Шуға ла өсөнсөгә ауырлы саҡта , эх, малай ғына була күрһен , тип теләнем! Теләк тормошҡа ашты... Тик балам тыуып оҙаҡ йәшәмәне, 3 -сө көнөнә улде. Врачтар тегеләй - былай йүгерештеләр, тик ярҙам итә алманылар, йөрәге туҡтаны сабыйымдың. Был юлы больницанан ысынлап үле бала менән сыҡтым...

Минең тормошомда мәхшәр башланды. Ирем баланың үлемендә мине ғәйепләп шундуҡ китте, сабыйҙы ер ҡуйынына оҙатыу менән. Мин ике ҡыҙым менән оло ҡайғы йөкмәп тороп ҡалдым....
..Был ханым минең ҡабаланғанды һиҙеп, әйҙәгеҙ, өйөгөҙгә тиклем һөйләшеп барайыҡ, ошо тирәлә тораһығыҙ шикелле ,тип Сафияны етәкләп үк алды. Сафия ла ҡулын биреп, пошли, тип шатланып теге ханымға эй, һыйынып юхаланып китте. Уның һайын ҡатындың күңеле иреп , күҙенән тамған йәштәрен йәшермәне. Һеңлем һин миңә аптырама инде, былтыр бер тапшырыуҙа күреп ҡалдым һине, юғалтҡан инем телевизорҙа, аптырап киттем, ит һатам тигәнгә. Аҙаҡ һеҙҙең Даун бала барлығын белгәс иҫем китеп оҙаҡ ултырҙым.Юҡ, йәлләмәнем, сөнки һеҙ йәлләтерлек итеп һөйләмәнегеҙ, киреһенсә, ниңә мин шулай түгел, тип үҙемде әрләнем. Минең тормош, китап яҙырлыҡ ул, тип һаман һөйләүен белде, миңә ҡыҙыҡмы ул , юҡмы уға был кәрәкмәй ине шикелле...
. Ир киткәс тамам юғалып ҡалдым.Уфанан күсеп китергә лә уй булды, тик эш мәсъәләһен уйланым.Ирем ярҙам итмәне, ҡыҙҙарына бер йыл эсендә бер пакет тотоп килеп китте. Ул ваҡытта өйләнмәгән ине, аҙаҡ икенсе йылына үҙенән олораҡ ҡатын менән йәшәгәнен ишеттем. Эш менән, донъя мәшәҡәте менән ғүмер үтте, ҡыҙҙар үҫте, мин оло ҡыҙым барлығын бер иҫемә лә төшөрмәнем.Ул хатта минең төшөмә лә инмәне.Ҡыҙҙарым икеһе лә 18 тулыу менән кейәүгә сығып киттеләр, уҡырға теләктәре булманы. Тик кейәүҙә оҙаҡ торманылар , береһе ярты йылдан кире әйләнеп ҡайты, икенсеһе 2 йыл йәшәп балаһы менән ҡайтып керҙе.Балаға 6 ай , тик алты айлыҡҡа оҡшамаған, әйләнмәй ҙә, йылмаймай ҙа, башын да насар тота , ҡыҙым бик иҫе лә китмәй.
Аптырағас үҙем врачтарға йөрөтә башланым. Һәм йәнә йөрәк өҙгөс диагноз, балағыҙ ДСП...Ошо мәлдә Даун ҡыҙым иҫкә төшә башланы ла инде. Төндәр буйы илайым да илайым, минән үс ала кеүек ине ул. Бала тапҡан ҡыҙым бер мәл юғалды, өйгә лә ҡайтмай, балаһын да ҡарамай, уйында тик егетәр.Ә мин эштән китә алмайым, һораһаң эшеңдән ҡолаҡ ҡағаһың , тип ҡурҡыталар.Икенсе ҡыҙым ҡараша ине, ул да йәнә бер ир менән танышып Краснодар яҡтарына юлланды. Мин ғөмүмән тере ҡулһыҙ, был ауырыу бала менән яңғыҙым тороп ҡалдым. Эштән китергә тура килде.Ошо баланың әҙ-мәҙ пенсияһына йәшәнек. Үҙем бәйләүгә, тегеүгә оҫта инем, шуларҙы һаттым аҙыраҡ.Больницанан больницаға тик йөрөлдө.
Ҡыҙҙарым хатта хәлемде лә белешмәнеләр.Баланы үҙемдең исемгә күсерҙем, ҡыҙым балаһынан баш тартты, яңы иренә балаһы булғанын әйтмәгән икән. Бөгөнгәсә мин ике ҡыҙымдың тормошон белмәйем дә, күргәнем дә юҡ.Үҙҙәре лә ҡайтмайҙар.Тик айына бер телефондан шылтыратып аҡса кәрәкме, тип һорайҙар.Мин юҡ , үҙегеҙ ҡайтығыҙ, тип һөйләнә башлаһам, уф, кеше көлдөрмә, ҡайтырлыҡ өйөң бармы, оят һиңә кейәүҙәреңде алып ҡайтырға тинеләр. Башҡаса был турала һүҙ ҡуҙғатманым.Ейәнем менән икебеҙ көн итәбеҙ .Ул ятып ҡына тора, ултыра алманы, ҙурайған һайын ауырая, үҙемдең билдәр бөттө хәҙер.Врачтар санаторийға барығыҙ тигән булалар, кем йөрөтә инде... Түҙмәйсә һораным, ә ирегеҙ килмәнеме, күрмәнеме был баланы, ейәне бит. Юююҡ уның яҙмышын ишеттем инде. Беҙҙе икебеҙҙе лә хоҙай ҡәһәрләне...Даун ҡыҙыбыҙҙы ҡалдырған өсөн. Рәнйене балам. Эҙләнегеҙме һуң балағыҙҙы, тигән һорауға, ханым күҙҙәрен аҫҡа төшөрҙө. Больницанан барып белештем, тик ул ваҡыта эшләгән врачтар юҡ ине, бер кем бер нимә әйтәлмәне. Әле кем менән ҡалды ейәнегеҙ , тигәйнем күрше ҡараша тине.

Оҙаҡ һөйләне был ҡатын тормошон.Өйгә ҡайтҡас оҙаҡ тыныслана алмай йөрөнөм. Шул төнөн хатта төшөмә керҙе.. Шуға түҙмәй яҙырға булдым.Кемдер әйтер кеше һиңә серен асҡан, ә һин бөтә ғәләмгә яҙаң ,тип.Үҙе яҙһа шулай тип, минең яуап әҙер уға. Минең һорауҙар уға күп яуҙы, ҡатын күңелен бушатам , типме вис һөйләне.Ҡыҙҙарының әлеге мәлдә Төркиәлә йәшәүҙәрен, ирҙәренең береһе төрөк, икенсеһе урыҫ, балалары һаман юҡ икәнен белдем. Һәм иң ғибрәтлеһе иренең тормошон да һөйләне.Нисектер ҡыуанып, уның өсөн шатланып һөйләне...

Земфира Байбулдина

/дауамы бар/
Читайте нас