Ашҡаҙар
+18 °С
Облачно
Йәмғиәт
16 Апреля 2020, 08:45

Өйҙәге тиранлыҡтан ҡотолоп буламы?

Яңыраҡ телевизорҙан коронавирус ваҡытында өйҙә ултырғанда ғаиләләрҙә береһен-береһе ҡыйырһытыусыларҙы, йәғни күпселек осраҡтарҙа ирҙәрҙең ҡатындарына ҡул күтәреү осраҡтарын күрһәттеләр. Донъя буйынса ла, шул иҫәптән Рәсәйҙә булған ваҡиғаларҙы ла миҫалға килтерҙеләр.

2019 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда Рәсәйҙә 77,1 миллион ҡатын-ҡыҙ, шуларҙың 16 миллионы йәберләүгә дусар булғанын иҫәпкә алғанда, Рәсәй ҙә һәр бишенсе ҡатын-ҡыҙ үҙ-үҙен яҡлай алмай тигән һығымтаға киләбеҙ. Әлбиттә был мәғлүмәттәр Росстат әҙерләгән «Рәсәй халҡының репродуктив сәләмәтлеге» отчетынан алынған булған.
Өйҙә көсләү ҡорбандарын яҡлаусы юрист Алена Попова был һандың ҡайҙан барлыҡҡа килеүенә үҙенсә аңлатма бирә. Беренсенән, 16 миллион – эмоциональ баҫым һәм физик көс ҡулланыуҙан зыян күреүселәр Отчетта вербаль көсләүҙән 18 %, физик йәһәттән – 6 % һәм енси яҡтан – 1 % ( дөйөм алғанда 25 %) ҡатын-ҡыҙ зыян күргән. Ошонан сығып ҡарағанда, йыл һайын 16, 45 миллион ҡатын –ҡыҙ йәберләүгә дусар була икән. Ә бөтә донъя сәләмәтлек йәмғиәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, донъялағы һәр өсөнсө ҡатын үҙенең ире йәки башҡа кеше тарафынан ғүмер буйы физик йәки енси көсләүгә дусар була икән. Статистика күрһәтеүе буйынса ҡатын-ҡыҙ ете тапҡыр туҡмалғандан һуң ғына полицияға мөрәжәғәт итә . «Беҙҙең илдә полицияға ышанып етмәйҙәр, йәғни һуңғы сиктә генә мөрәжәғәт итәләр. Зыян күреүселәрҙең 70 проценты коммерция булмаған секторға баралар. Ярҙам алыуҙарына ышанмағанға күрә полицияға бармайҙар», - тип белдергән «Китеж» ҡатын-ҡыҙҙар кризис үҙәге директоры Алена Садикова. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙар йәберләүгә ауырлы саҡта йәки бала тапҡандан һуң дусар була икән. Ирҙәр: «Бала менән кемгә кәрәк һин», тип үҙ шартын ҡуя башлайҙар, хатта балаларын әсәләренә ҡаршы ҡуйыуға тиклем барып етәләр. Беҙҙең үҙәктә «Мин атайым һымаҡ булам» тип әсәһенә ҡул күтәргән 2 йәшлек ҡыҙ ҙа бар ине. Ата-әсәләренең бындай мөнәсәбәттәрен күреп үҫкән балаларға әсәләренә ҡул күтәреү бер ни тормай. Улар үҫкәс өйҙән ҡасалар, суицид алымына баралар, психоактив матдәләр ҡуллана башлайҙар икән. Сәстәр үрә торорлоҡ бит был хәлдәр… Һүҙемде коронавирус ваҡытында бер-береһенән ялҡып, яҡындарына ҡул күтәреүгә тиклем барып етеүселәр тураһындағы ваҡиғаларҙан башлағайным. Әйткәндәй, үҙҙәрен яҡлау маҡсатында үҙәктәр булдырыуҙы талап итеүсе ҡатын-ҡыҙҙар көндән-көн күбәйә икән донъяла. Кешелекте булдырған иң илаһи зат әсәйҙәр, ҡатын-ҡыҙ булыуын онотмаһаҡ инек, йәмәғәт!
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас