Пандемияға бәйле, донъялағы 29 дәүләттә һайлауҙарҙы һәм референдумдарҙы кисектереп тороу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Мәҫәлән, АҠШ-та президент һайлауҙарында праймериз, Италияла, Әрмәнстанда, Чилиҙә һәм башҡа бик күп илдәрҙә үткәреләсәк референдумдар.
Коронавирусҡа бәйле, Рәсәйҙә Президент указы менән, граждандарҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн, Конституцияға төҙәтмәләр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙе үткәреү ҙә кисектерелде. Шулай уҡ Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ла Р әсәйҙең 38 төбәгендә урындағы власть органдарына ваҡытынан алда, өҫтәмә һәм ҡабатлап һайлауҙар үткәреүҙе кисектереп торорға ҡарар итте.
“Бойондороҡһоҙ йәмәғәтселек мониторингы” ассоциацияһы белдереүенсә, һайлауҙар – ул халыҡтың юғары ихтыярын күрһәтеү. Әммә Конституцияла гарантияланған һаулыҡты һәм ғүмерҙе һаҡлау, шәхси хәүефһеҙлек булдырыу хоҡуҡтарын боҙоп был сараны үткәрергә ярамай. Бөгөнгө көндә теләһә ҡайһы һайлау кампанияһы, тауыш биреү үткәреү – халыҡтың һаулығын һәм ғүмерен хәүефкә һалыу ул.
“Һайлауҙарҙы, тауыш биреүҙе кисектереп тороу – уны үткәрмәү тураһында ҡарар итеү түгел. Демократия – ул тәртип. Демократия – кеше өсөн, ә кешеләр һайлауҙар тәртибе өсөн түгел. РФ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса дөйөм Рәсәй тауыш биреүҙе үткәреү өсөн ваҡытлыса мораторий тураһында ҡарар ҡабул итеү – берҙән-бер дөрөҫ ҡарар булды”, - тип белдерә “Бойондороҡһоҙ йәмәғәтселек мониторингы” ассоциацияһы.
Белеүегеҙсә, РФ Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү көнө 22 апрелгә билдәләнгәйне. Донъялағы коронавирус пандемияһына бәйле, ул билдәле булмаған ваҡытҡа күсерелде.