Ашҡаҙар
+11 °С
Облачно
Йәмғиәт
17 Апреля 2020, 15:00

Яҙыусылар һәм ғалимдар аллеяһы барлыҡҡа килерме?

Донъяла ниндәй генә һәйкәлдәр юҡ! Мысыр ғәрәп республикаһының Гизе ҡалаһында – Сфинкс, Волгоградтағы Мамай ҡурғанында урынлашҡан «Тыуған ил-Әсә саҡыра!» скульптураһы, баш ҡалабыҙ Өфөлә – Салауат Юлаев монументы...

Тарихи урындарҙың, һәйкәлдәрҙең кешеләрҙең үҙаңына көслө тәьҫир итеүе, халыҡтарҙың тарихын, мәҙәниәтен һаҡлауҙа мөһим роль уйнауы көн кеүек асыҡ. Шуға күрә барлыҡҡа килгән дә инде Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө, ул йыл һайын 18 апрелдә билдәләнә.
Башҡортостанда тәүге скульптуралар Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ғына барлыҡҡа килә. Әле Башҡортостанда биш меңгә яҡын тарихи һәм мәҙәни һәйкәл бар. Стәрлетамаҡ ҡалаһында иһә дөйөм алғанда бюст һәм һәйкәлдәр һаны ҡырҡҡа етә.

Ҡалабыҙҙа иң яҡты ижади эҙ ҡалдырған скульпторҙарҙың береһе – Тамара Павловна Нечаева. Ул әлеге Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе алдындағы В.И.Ленин һәйкәлен эшләгән. Шулай уҡ ҡалабыҙҙың тағы бер бил-дәле скульпторы – Михаил Павлович Шабалтин. Ул – “Мәңгелек ут”, “Салауат” кинокомплексы алдында урынлашҡан Салауат Юлаев бюсы, Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле авторы.

Ҡалабыҙҙың тарихын сағылдырған һәйкәлдәр күп, уларҙың күпселеге нигеҙҙә Бөйөк Ватан һуғышы һәм Граждандар һуғышы ҡорбандары иҫтәлегенә арналған. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ менән яҙмыштарын бәйләгән шәхестәребеҙгә иғтибар арттырыу яҡшы булыр ине. Мәҫәлән, XIX быуатта баш-ҡорт мəғрифəтсе-шағиры, тәржемәсе, филолог, тарихсы, публицист Өмөтбаев Мөхә-мәтсәлим Ишмөхәмәт улы ҡала мәҙрәсәһендә рус теле һәм математика уҡытыусыһы булып эшләгән. Шулай уҡ Вәлиулла Ғайназар улы Мортазин тураһында ла оноторлоҡ түгел. Билдәле булыуынса, 1919 йылда ул Стәрлетамаҡта яңы төҙөлгән Башҡорт дәүләт драма театрының баш режиссеры булған.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе ағзалары 2015 йылдан алып ҡалабыҙҙа яңы һәйкәлдәр кәрәклеге хаҡында һөйләшеүҙәр, хаттар яҙыу эшен алып бара. Айырым шәхестәргә арналған бюстар, хатта БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы бинаһы ҡаршыһындағы майҙансыҡта Яҙыусылар һәм ғалимдар аллеяһын асыу, Республикабыҙҙың 100 йыллығына “Тәүге Республика” стелаһы кәрәклеге тураһында ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәттәр булды. Ләкин бар тырышлыҡтар бер үк проблемаға барып теркәлә: финанс юҡ, аҡсалата ярҙам итеүсе юҡ. Әлеге көндә, күҙаллауыбыҙса, төрли кимәлдәге грант конкурстарында ҡатнашып, бар пландарыбыҙҙы тормошҡа ашырырлыҡ нигеҙ табыуҙан да яҡшыраҡ сара юҡ кеүек. Һис шикһеҙ, республика тарихы менән бәйле иҫтәлекле урындар әйтеп бөткөһөҙ тәрбиәүи әһәмиәткә эйә. Киләһе быуындарыбыҙ өсөн бик мөһим икәнлеген онотмайыҡ.
Ләйсән ЙОСОПОВА,
тарих фәндәре кандидаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының
ҡала бүлексәһе рәйесе.
Читайте нас