

Ҡалала йәшәүсе һәр кем, беҙ бөтәбеҙ ҙә, ҡала үҫешендә проблемаларҙы күреү генә түгел, уны сисеүгә лә булышлыҡ итергә һәләтле.
Ҡала округы Советы, хакимиәте һәм территориаль йәмәғәт органдары үҙидараһы эшмәкәрлеге асыҡ һәм стәрлетамаҡтарҙың йәшәү рәүешен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Муниципаль власть органдарының һәм әүҙем тормош позицияһы булған кешеләрҙең үҙ-ара аңлашып эш итеүенә бәйле, тыуған ҡалабыҙҙы көн һайын тиерлек яҡшыртабыҙ.
Хөрмәтле ҡала халҡы, коллегаларым, һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, һөнәри уңыштар һәм яңынан-яңы ҡаҙаныштар теләйем!
Владимир КУЛИКОВ,
Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.