Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Апрель 2020, 19:00

ТЫРЫШ ЕГЕТТӘР БАРҘА... Ҡалабыҙ гөрләп үҫер!

...Уның хаҡында коллегалары тарафынан ғына түгел, иң мөһиме, халыҡ ауыҙынан да һәр саҡ тик яҡшы һүҙҙәр генә ишетелә. Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, шул эште аҙағына алып барып еткереүе, сәмлелеге, иғтибарлылығы, яуаплылығы менән алдыра ул. Шуныһы бигерәк тә иҫтә ҡалған: бер мәл халыҡ менән аралашҡанда етәксе Ашҡаҙар аръяғында урынлашҡан бер урамда йәшәүсе абзыйға, иртәгә үк соҡор ямаласаҡ, тине һәм һүҙендә торҙо. Әле иһәэшҡыуарҙарҙың мөрәжәғәте көнөндә, сәғәтендә хәл ителә. Һүҙем Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илдар ҒӘРИФУЛЛИН хаҡында.

Әле ҡаланың 2-се гимназияһында белем алған йылдарында уҡ Илдар башҡаларҙан айырылып тора. Уҡытыусыларына дәрескә алдан әҙерләнеүе, төплө итеп яуап биреүе, тәртибе менән генә оҡшап ҡалмай ул, спортҡа мөкиббән китеүе, шул уҡ ваҡытта сәнғәткә ғашиҡ булыуы ла уҡыусы менән педагогтар араһын яҡынайтмай ҡалмағандыр. Ғөмүмән, ғаиләләге дөрөҫ тәрбиә, мәктәптәгетөплө белем һәм тырышлығы арҡаһында Илдар Ғәрифуллинул саҡтағы Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына (хәҙерге БашДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) уҡырға инә. Бында иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерһә, артабан идара итеү буйынса белемен Өфөлә, Мәскәүҙә камиллаштыра, егеттәрсә хәрби бурысын да үтәп ҡайта. Ошондай төплө белеме ярҙамында ул заводта ябайэшсенән алып, ойошма етәксеһенә тиклем үҫә, тәжрибә туплай. Ә 2017 йылда булдыҡлы етәксене ҡала хакимиәтенә эшкә саҡыралар.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ бүлеген етәкләү – еңел шөғөл үгел. Ысын мәғәнәһендә, эш тәүлек әйләнәһенә туҡтамай, йыл буйы мәшәҡәт сигенмәй. Ҡышын – ҡар таҙартыу, йәй көнө – юл һалыу, ремонтлау, күп ҡатлы йорт алдарын, йорттарҙың үҙҙәрен тәртипкә килтереү, эште контролдә тотоу... Хәйер, барлыҡ бурысты бер һөйләм менән һөйләп сығырлыҡ та түгел. Бер предприятие эшен алып барыу түгел шул – бөтә ҡалалағы таҙалыҡ-тәртип өсөн яуап бирергә кәрәк. Әммә йәш етәксе бында ла бирешмәй, төрлө ойошмаларҙа тәжрибә туплау үҙ файҙаһын бирә.
– Бер яҡтан, иңеңдә ҙур бурыс ята, икенсенән, ҡаланы төҙөкләндереүҙә, күркәмләүҙә үҙеңдең өлөшөңдө индереү тойғоһо сәм дә өҫтәй ине, эштән йәм табырға ла ярҙам итте, – тип иҫләй Илдар Риф улы торлаҡкоммуналь хужалыҡ бүлеге етәксеһе вазифаһындағы эшен.
Егеттәр-ҡыҙҙар, йәш ғаиләләр Өфө-Мәскәү тип хыялланған заманда, сер түгел, урында йәш һәм булдыҡлы кадрҙар табыуы, туплауы, үҫтереүе – еңелдән түгел. Әммә был йәһәттән Стәрлетамаҡта эштәр төплө алып барыла. Илдар Ғәрифуллин да бына ярты йылдан ашыу инде Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығының инвестициялар, эшҡыуарлыҡ үҫеше, ҡулланыусылар баҙары буйынса урынбаҫары һәм бизнес-шериф!
Эйе, йәнә бөтөнләй икенсе өлкәгә яуаплы ул хәҙер. Хәйер, ойошманы етәкләгән мәлдә ҡулланыусылар баҙарын да, бизнес ҡанундарын да, инвестицияларҙы үҫтереүҙе лә яҡшы өйрәнгән. Һәр хәлдә, сер түгел, был вазифаға нәҡ Илдар Риф улы килеү менән эшҡыуарлыҡ өлкәһе йәнләнеп китте, ҡалала ғына түгел, республика кимәлендә үткән
сараларҙа ла уның өлөшө ҙур. Иң мөһиме, ул безнис-шериф сифатында һәр саҡ эшҡыуарҙарҙы яҡларға, дәртләндерергә һәм ярҙам итергә әҙер! Шуныһын да билдәләп китмәй булмай: ошондай һынау осоронда етәксенең эше бигерәк тә мәшәҡәтле: эшҡыуарҙарға нисек тә ярҙам итергә кәрәк, магазиндарҙа аҙыҡтүлектең булыуын, хаҡын, сифатын да контролдән ысҡындырырға ярамай. Хәйер, етәксенең йәнә бөтә мәшәҡәтен асыҡлап бөтһәк, үҙе бер ҙур исемлек булыр ине. ...Башта Илдар Ғәрифуллинды
бөтә яҡлап та үҫешкән шәхес булып формалаша тип әйткәйнек. Уны төрлө спорт сараларында тап итеүем дә, театрҙарҙа барған премьераларҙы ҡалдырмауы ла – быға асыҡ дәлил. Шул уҡ ваҡытта ул үҙен өлгөлө ғаилә башлығы итеп тә танытып өлгөргән. Ошондай етәкселәр, ошондай егеттәр барҙа, ҡалабыҙ гөрләп үҫеренә шик юҡ!

Фото ҡала хакимиәте архивынан
алынды
Читайте нас