Ашҡаҙар
-17 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Апрель 2020, 02:04

ҮҘГӘРЕРБЕҘМЕ?

Ошо көндәрҙә төрлө райондар ағинәйҙәренең Бәйләнештәге, ватсаптағы төркөмдәренә “Был афәттән һуң кешеләр ыңғай яҡҡа үҙгәрерме?” тигән һорауымды ҡуйып, ҡайһы берәүҙәрҙән матур ғына яуаптар алдым. Фекер алышыу дауам итә.Дөйөм фекер шундай: аңлы кешеләр үҙгәрер, беҙҙе уратып алған донъяның, йәшәүҙең, туғандарҙың, тәбиғәтебеҙҙең ҡәҙерен белергә кәрәк, тигән һығымталар яһар; аңһыҙҙар, нәфсе ҡолдары, йәмғиәткә бер файҙа килтермәй, үҙенең дан-вазифаһын ғына ҡайғыртып йәшәгәндәр үҙгәрмәҫ. Шулай ти күптәр.

Ысынлап та, тормошобоҙҙа негатив күбәйҙе шул. Битарафлыҡҡа, көнсөллөк, нәфрәт орлоҡтары сәсеүселәргә ҡаршы нисек көрәшергә, тип ғәйрәтләнә лә вайымлы кешеләр, һөҙөмтә булмағас, тағы төңөлә. Ошо хаҡта саң ҡаға-ҡаға мәҡәләләр баҫтырабыҙ “Киске Өфө” гәзитебеҙҙә лә. Аңлылар ул яҙмаларҙы уҡый, фәһем ала. Аңһыҙҙар, битарафтар иһә күҙенә лә элмәй…
Халҡыбыҙҙы үҙ йолалары, үҙ кәсеп-шөғөлдәре аша ысын асылына, иманына ҡайтарып булмаҫмы, тип эш башлаған ағинәйҙәр хәрәкәтенең эшен дә хупламағандар бар бит. Шөкөр, хуплағандар, ойошманың маҡсатын үҙ иткәндәр ҙә бихисап.
Аҫыл кәңәште, иҫкәртеүҙе ишетмәгәс, аҡ ҡағыҙ битендәгеләрҙе уҡыуҙан туҡтағас, негатив күбәйә, үрсей бара…
Кисә үҙенең социаль селтәрҙәге төркөмөнә Радий Хәбиров Өфөнө уратып ҡына төшкән йәйғор фотоһы һалғайны, “Яҡшыға булһын”, тип юрағайны. “Амин!” тигән хуплауҙы эҙләп, ул яҙманың аҫтындағы комментарийҙарҙы ҡарап сыҡтым да, тетрәндем. 98 процент самаһы негатив хәбәрҙәрҙән тора ине ул комментарийҙар…
Негатив һаҙлығына шул тиклем ныҡлап батҡанбыҙ. Әлеге афәт бит беҙгә бик күп һабаҡ бирергә тейеш ине. Халҡыбыҙ тарихында ғибрәт алыпҙай бындай афәттәр, ваҡиғалар аҙ булмаған, әлбиттә. Әммә әле, шул тиклем алдынғы прогресс заманында ниндәйҙер сир тотҡонона эләгербеҙ тип берәүҙең дә башына инеп сыҡмағанда, был хәл беҙҙе ныҡлы аҡылға ултыртырға тейеш, тип инанғайныҡ…
Мөхтәрәм милләттәштәр! Үҙебеҙ үҙгәрәйек. Асылыбыҙ, иман нуры беҙҙән юл алһын. Изге рамазан менән!
«Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева
Читайте нас