Йәмғиәт
24 Апреля 2020, 09:15

Яҙҙың бер көнө – йылды туйҙыра

Башҡортостан игенселәре яҙғы баҫыу эштәренә тотондо. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге күҙаллауын иҫәпкә алып, сәсеү эштәренең апрель аҙаҡтарында башланыуы ихтимал. Төп культураларҙы 21 көн эсендә, күп тигәндә 25 майға тиклем сәсеү планлаштырыла

Быйылғы яҙғы сәсеү 2 миллион 46 мең гектар майҙанда башҡарыласаҡ, был былтырғы кимәлгә тап килә. Аграрийҙар алдында эштәрҙе сәсеү майҙандарын кәметмәйенсә башҡарыу бурысы тора. Башҡортостандың Ауыл хужалығы буйынса консультация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, яҙғы сәсеүгә 299 мең тонна орлоҡ әҙерләнгән, шуның 37 мең тоннаһы — элиталы орлоҡтар. Страховкалау фондына — 29 мең тонна орлоҡ, күсмә фондҡа — 77 мең тонна ужым культуралары орлоғо, 2214 күп йыллыҡ үләндәр орлоғо һалынған. Был 2014 йылғы күрһәткестәр менән сағыштырғанда юғарыраҡ. Яҙғы баҫыу эштәрен Стәрлетамаҡ район хужалыҡтары ла күптән башланы. Сөнки быйыл ҡыштың йылы килеүе һәм яҙҙың иртәләүе эҙһеҙ үтмәне. Тәүгеләрҙән булып баҫыуҙарға техниканы «Рощинский» совхозы бүлектәре сығарҙы.. Бөгөн иһә уларға башҡа хужалыҡтар ҙа ҡушылды. Сөнки көндәр матур торғанда ашыҡмай ғына сәсеүгә әҙерләнергә мөмкин, Ауыл хукжалығы мәғлүмәттәре буйынса, 16 апрелгә район буйынса: 4152 гектар майҙанда дым ҡаплатылған, 3127 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр туҡландырылған, 5888 гектарҙа ужым культуралары туҡландырылған, 2790 гектарҙа күп йыллыҡ үләндәр тырматылған, 430 гектарҙа ужым культуралары тырматылған. Ауыл хужалығы идараһы мәғлүмәттәре буйынса апрель башында район ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына 4309 тонна минераль ашлама ҡайтарылған, был үткән йыл менән сағыштырғанда 117 % тәшкил иткән. Өҫтәүенә аммоний сульфаты, аммиак селитраһы һымаҡ минераль ашламалар, шулай уҡ ҡатлаулы ашламалар һәм карбамид етәрлек күләмдә. Шулай итеп Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтарында уңышлы эшләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Көндәр матур торғанда сәсеүҙе башларға ла мөмкин буласаҡ.
Читайте нас