«Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһы Волга буйы федераль округында РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән старт алды. Йыр марафоны төбәктә йәшәүселәрҙе берҙәм халыҡ коллективына берләштерә. Бында ҡатнашыусы төбәктәр, билдәле “Еңеү көнө” йырын башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшыра. Был йыр осраҡлы ғына һайланмаған, уның авторҙары – композитор Давид Тухманов менән шағир Владимир Харитонов халыҡ ҡаһарманлығын, яҡын кешеләрҙе юғалтыу ҡайғыһын, тыныслыҡ хаҡына ғүмерен йәлләмәгән миллионлаған ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен бар тулылығында еткерә алған. Бөйөк байрамдың гимнына әйләнгән йыр тәүге тапҡыр бынан 45 йыл элек башҡарыла.
«Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны Мордва Республикаһында февраль башында уҡ башланғайны. “Еңеү көнө” йырын Саранскиҙың һәм муниципаль райондарҙың билдәле ижади коллективтары, Мордовияның халыҡ һәм атҡаҙанған артистары, йәштәр, ирекмәндәр һәм патриотик берекмәләр ағзалары башҡарҙы. 25 апрелдә улар эстафетаны күршеләренә, Волга буйы федераль округындағы барлыҡ төбәктәргә тапшыра.
Волга буйы федераль округындағы ижади коллективтар сығыштары, коронавирусҡа бәйле үҙизоляция режимы индерелгәнгә тиклем үк, февралдә һәм март башында яҙып алынған.
Республика һәм өлкә ижади коллективтарының йырҙары урындағы телеканалдар аша 25 апрелдән 8 майға тиклем тапшырыласаҡ. Көн һайын акцияға яңы төбәк ҡушыласаҡ. 9 майҙа, Еңеү көнөндә, был легендар йыр марафонда ҡатнашҡан барлыҡ музыкаль коллективтар башҡарыуында яңғыраясаҡ. Шулай уҡ йырҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хештегы буйынса, YouTube каналында табырға була. Радиостанцияларҙа яратҡан йырҙың радио-версияһы яңғыраясаҡ.
“Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны Хәтер һәм дан йылында Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙе – һәммәбеҙҙе берләштерә.