Йәмғиәт
25 Апрель 2020, 09:05

Мордва Республикаһында “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны старт алды

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған «Беҙҙең Еңеү көнө” акцияһы Волга буйы федераль округында РФ Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән үткәрелә. Йыр марафоны төрлө төбәктәге башҡарыусыларҙы бер ҙур халыҡ коллективына берләштерә. Акцияла ҡатнашыусылар киң билдәле “Еңеү көнө” йырын туған телдә башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшыра.

Әйткәндәй, йырҙы яҙҙырыу үҙизоляция режимына тиклем үк башланғайны. Һәр төбәк үҙенең видеояҙмаһын әҙерләй, һуңынан уларҙы берләштереп, һәр кем ҡарай алырлыҡ итеп, Интернетҡа ҡуйыласаҡ.

Еңеү көнө” йыры осраҡлы ғына һайланмаған, уның авторҙары – композитор Давид Тухманов менән шағир Владимир Харитонов халыҡ ҡаһарманлығын, яҡын кешеләрҙе юғалтыу ҡайғыһын, тыныслыҡ хаҡына ғүмерен йәлләмәгән миллионлаған ил һаҡсыларына рәхмәт һүҙҙәрен бар тулылығында еткерә алған. Бөйөк байрамдың гимнына әйләнгән йыр тәүге тапҡыр бынан 45 йыл элек башҡарыла.

Йыр марафонына Мордва Республикаһында старт бирелде. Бөгөн улар эстафетаны Волга буйы федераль округында йәшәүсе күршеләренә тапшыра.

Еңеү ирекмәндәре” Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек хәрәкәтенең Мордва Республикаһындағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Ярослава Завалихина:

- Беҙ бөтәбеҙ ҙә яратҡан “Еңеү көнө” йырын рус, мокша һәм эрзя телдәрендә башҡарып, халыҡ акцияһын башлайбыҙ. Мордва Республикаһы 246 меңдән ашыу ул һәм ҡыҙын фронтҡа оҙатҡан. Уларҙың һәр икенсеһе һуғыштан әйләнеп ҡайта алмаған. Һуғыш йылдарында барса халыҡ “Бөтәһе лә фронт өсөн! Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” девизы аҫтында эшләне. Эстафетаны тапшырып, беҙ Волга буйы федераль округында йәшәүсе күршеләргә мөрәжәғәт итәбеҙ. Еңеү тураһында йырҙар йырлағыҙ, Бөйөк Еңеү тураһында һөйләгеҙ. Милли республикаларға был легендар йырҙың бер куплетын үҙегеҙҙең туған телдә йырларға тәҡдим итәм, беҙ шулай иттек тә. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү – бөтәбеҙ өсөн дә берәү!

Видеояҙмаларҙы төбәк каналдарында, социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хештегы буйынса, YouTube каналында ҡарарға мөмкин. Радиостанцияларҙа яратҡан йырҙың радио-версияһы яңғыраясаҡ.

Читайте нас