Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Апрель 2020, 16:00

ҠАҒИҘӘ – ҒҮМЕРГӘ ТИҢ

Стәрлетамаҡ автоинспекторҙары аңлатыу эше алып бараҮҙизоляцияла ултырһаҡ та, рөхсәт алып, баҡсаға, балыҡҡа, умарталыҡтарға, ҡала ситендәге йорттарға йөрөүселәр күп юлдарҙа. Әммә хәрәкәт тығыҙмы-юҡмы, юл ҡағиҙәләрен оноторға ярамай, хатта юл аша магазинға сыҡҡан арала ла ҡағиҙә – ғүмергә тиң. ЮХХДИ-ның Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса инспекцияһы был йәһәттән төрлө тикшереү, аңлатыу эштәре ойоштороп тора.

Ғәҙәттә, был тикшереүҙәр миҫалдар һәм статистик мәғлү-мәттәр нигеҙендә башҡарыла. Ә һандар артабанғыларҙы һөйләй: һәр өсөнсө юл-транспорт ваҡиғаһы йәйәүлеләр менән бәйле. Йәйәүле ҡатнашлығында булған һәр икенсе осраҡ йәйәүленең юл ҡағиҙәләре талаптарын үтәмәү арҡаһында килеп сыға. Был статистика йәйәүлеләр өсөн дә, руль артында ултырыусылар өсөн дә күп мәғлүмәт биргән кеүек. Сөнки рулдә ултырыусыға – йәйәүленең көтмәгәндә хәрәкәт башлауына әҙер булып, туҡтап өлгөрөргә, ә йәйәүлегә иғтибарлы булып хәрәкәтте башларға кәрәклеге билдәле.
Тик тормошта һәр саҡ ҡағиҙә үтәлмәй шул, береһе иғтибарлы булманы, икенсеһе ашыҡты. Ә артабан нимә? Ә артабан бер секунд эсендә береһе көтөлмәгән сығымдарға эләкте, ә икенсеһе һаулығына зыян алды, хатта юлда үҙ ғүмеренә нөктә ҡуйыусылар ҙа һирәк түгел...
Юлда йөрөү мәҙәниәтен үҫтереү өсөн юл хәүефһеҙлеге инспекторҙары төрлө иҫкәртеү саралары ойоштороп тора, был йәһәттән йәйәүлеләр үткәүелдәре аша сығып барыусылар менән әңгәмәләшә һәм йәйәүлеләргә юл бирмәүсе автотранспорт хужаларын асыҡлау маҡсатында рейдтарға сыға.
Өлкәндәр генә түгел, балалар ҙа хәрәкәт итә. Йәй етеп килә, уның менән каникулдар, балалар урамдарҙа күберәк йөрөй башлаясаҡ. Инспекторҙар йыл башынан балалар менән бәйле булған юл-транспорт ваҡиғаларын теркәп бара, быйыл ошондай күңелһеҙ осраҡтарҙа ике бала тән йәрәхәттәре алған. Быға бәйле көн дә тикшереүҙәр үткәрелеп тора, бынан тыш баланы уның ауырлығына һәм буйына тап килгән махсус тотоп тороусы ҡоролмалар ҡулланыуҙы ла онотмай инспекторҙар. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта йыл башынан махсус ҡорамалдарһыҙ балаларҙы йөрөткән 58 водитель теркәлгән.
– Юл – йәмәғәт урыны, ә автомобиль юғары хәүефле техника икәнен онотмайыҡ, дуҫтар. Тышауҙан ысҡынып киткән ат кеүек, әллә ҡайҙарға сабып сығып китергә ашыҡмайыҡ. Барыһына ла өлгөрөрбөҙ! – тип иҫебеҙгә төшөрә юл ҡағиҙәләрен автоинспекцияның Стәрлетамаҡ буйынса бүлеге начальнигы Радик Ғәлимйәнов. Ул шулай уҡ, байрамдар осоро етеүгә бәйле, оло юлда ла хәүефһеҙлек тураһында онотмаҫҡа саҡырып ҡала.
Эльдар ФӘТТӘХОВ.
Фото ЮХХДИ-ның рәсми сығанаҡтарынан алынды.
Читайте нас