Йәмғиәт
30 Апреля 2020, 06:56

Ҡыйыу егеттәр байрамы менән!

Хөрмәтле янғын һағы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ҡотлауҙарымды ҡабул итегеҙ! Был байрам көслө рухлы һәм ҡыйыу ир-егеттәр байрамы.

Һеҙ көн һайын янғын ваҡытында кешеләрҙе һәм уларҙың мөлкәтен ҡотҡарыу бурысын башҡараһығыҙ. Үҙегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйып, һеҙ беренселәрҙән булып иң ҡурҡыныс бәлә-ҡазаларҙың береһе – ут менән көрәшкә инәһегеҙ. Стәрлетамаҡ янғын һағы хеҙмәткәрҙәре артабан да үҙҙәренең бурыстарын ышаныс һәм намыҫ менән башҡарырҙар, тип ышанам. Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, хеҙмәтегеҙҙә уңыштар, көндәлек эшегеҙҙең тыныс үтеүен теләйем!

Владимир КУЛИКОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Читайте нас