- Үҙизоляция режимы кешеләрҙең бер-береһе, иң яҡын кешеләре менән аралашырға онотоуын күрһәтте, - тине республика Башлығы. - Ғаилә, асылда, хәҙерге заман йәмғиәте ҡорбаны булып ҡалды, ни өсөн тигәндә хәҙер кешеләргә үҙизоляция режимында бер-береһе менән бергә булыу уңайлы түгел. Һәм беҙ үҙебеҙгә һорау бирергә һәм уға яуап бирергә тырышырға тейешбеҙ - был ғаилә кризисы йәки ниндәйҙер башҡа бер нәмә.
Халыҡ-ара форумдың пленар сессияһын алып барыусы Ксения Собчак Радий Хәбировтан коронавирус менән һынау уны нимәгә өйрәтеүе тураһында ҡыҙыҡһынды.
- Был оло һынау, быҙ уны лайыҡлы үтергә тырышабыҙ, - тине Башҡортостан Башлығы.
Был хәҙерге быуын өсөн бик етди һәм ғәҙәти булмаған ҡаршылыҡ, яҡындарын ҡотҡарыу өсөн кешеләр оҙаҡ ваҡыт үҙизоляция режимында булырға тейеш.
- Бер ниндәй санкциялар, янауҙар, штрафтар менән дә кешеләрҙе өйҙәренә ҡыуып керетеп булмай. Хөкүмәт барыһын да дөрөҫ эшләй, һәм ысынлап та шулай кәрәк икәнлегенә ышаныс ҡына быны эшләй ала.