Бының өсөн 9 майҙа pobeda-2020.ru йәки диктантпобеды.рф сайтына инергә, плеерҙы тоташтырып, үҙ туған телеңде һайларға һәм йырҙы йырларға кәрәк буласаҡ. Йырҙы башҡарыу өсөн туғандарҙы һәм яҡындарҙы, дуҫ-иштәрҙе саҡырырға була.
«Дуҫтар! Илебеҙҙең иң мөһим байрамы – Еңеү Көнө етеп килә. Быйыл беҙ Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләйбеҙ. Бынан 75 йыл элек беҙҙең олатайҙар һәм ата-бабаларыбыҙ дошман алдында берләшеп, фашист ибаҫарҙарына отпор биргән. Үкенескә ҡаршы, беҙ быйыл байрамды туғандар һәм яҡындар менән бергәләп йыйылышып, урамдарҙа һәм майҙандарҙа билдәләй алмайбыҙ, ә шулай ҙа, өйҙә ҡалып та батырҙарыбыҙҙы иҫкә ала алабыҙ. Әйҙәгеҙ, ошо Еңеү йырын төрлө телдәрҙә, һәр кем үҙ телендә яңғыратайыҡ!» - тип мөрәжәғәт итә Асҡар Абдразаҡов.