Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Май 2020, 11:40

Хәтер баҡсаһы

Был юлы иһә ҡалабыҙҙың Жуков исемендәге паркында «Хәтер баҡсаһы» ултыртылды. Баҡсаны ҡаҙыу һәм үҫентеләрҙе килтереү эштәрен РСУ ДОР-ҙың йәшелләндереү цехы хеҙмәткәрҙәре башҡарһа, торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре ағастар ултыртыласаҡ майҙанды тырмалап сыҡтылар. Паркта бюстары торған Стәрлетамаҡтан сыҡҡан Советтар союзы геройҙары хөрмәтенә 14 ҡарағай ултыртылды. Акцияла хапкимиәт башлығы Владимир Куликов, уның урынбаҫарҙары һәм депутаттар ҡатнашты.- Жуков скверын төҙөкләндереү һәм йәшелләндереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә.. Сөнки әлеге сквер Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан стәрлетамаҡтарҙың барыһына ла : яу яландарында булғандарына ла, тылда эшләгәндәренә лә бағышлана. Йыл һайын был скверҙы күркәмерәк , йәшелерәк, матурыраҡ итеү өсөн тырышабыҙ, - тип билдәләне ҡала хакимиәт башлығы Владимир Куликов.«Хәтер баҡсаһы»ның Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап, Рәсәй биләмәләрендә 18 марттан 22 июнгә тиклем үткәрелгән акция булыуын һәркем белә. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 27 миллион кешенең һәр ҡайһыһы өсөн ағас ултыртыу халыҡ-ара акцияһында ҡатнаша алыуыбыҙ менән бәхетле беҙ.Римма ҒӘЛИМОВА.Фото ҡала хакимиәтенең рәсми сығанаҡтарынан алынды.

Был юлы иһә ҡалабыҙҙың Жуков исемендәге паркында «Хәтер баҡсаһы» ултыртылды. Баҡсаны ҡаҙыу һәм үҫентеләрҙе килтереү эштәрен РСУ ДОР-ҙың йәшелләндереү цехы хеҙмәткәрҙәре башҡарһа, торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығы хеҙмәткәрҙәре ағастар ултыртыласаҡ майҙанды тырмалап сыҡтылар. Паркта бюстары торған Стәрлетамаҡтан сыҡҡан Советтар союзы геройҙары хөрмәтенә 14 ҡарағай ултыртылды. Акцияла хапкимиәт башлығы Владимир Куликов, уның урынбаҫарҙары һәм депутаттар ҡатнашты.
- Жуков скверын төҙөкләндереү һәм йәшелләндереүгә айырыуса ҙур иғтибар бирелә.. Сөнки әлеге сквер Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан стәрлетамаҡтарҙың барыһына ла : яу яландарында булғандарына ла, тылда эшләгәндәренә лә бағышлана. Йыл һайын был скверҙы күркәмерәк , йәшелерәк, матурыраҡ итеү өсөн тырышабыҙ, - тип билдәләне ҡала хакимиәт башлығы Владимир Куликов.
«Хәтер баҡсаһы»ның Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышлап, Рәсәй биләмәләрендә 18 марттан 22 июнгә тиклем үткәрелгән акция булыуын һәркем белә. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған 27 миллион кешенең һәр ҡайһыһы өсөн ағас ултыртыу халыҡ-ара акцияһында ҡатнаша алыуыбыҙ менән бәхетле беҙ.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Фото ҡала хакимиәтенең рәсми сығанаҡтарынан алынды.
Читайте нас