Йәмғиәт
6 Мая 2020, 09:10

Стәрлетамаҡ Еңеү көнөн нисек байрам итә?

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте Еңеү көнөнә арналған саралар программаһын баҫтырып сығарҙы.

Коронавирус пандемияһы арҡаһында ҡала халҡы күпләп ҡатнашасаҡ саралар көҙгә күсерелде. Шулай ҙа 9 майҙа сараларҙа дистанцион рәүештә ҡатнашырға була.
«Үлемһеҙ полк» патриотик акцияһында онлайн ҡатнашырға мөмкин, бының өсөн ата-бабаларыбыҙҙың фотографияларын сайтҡа һалырға - https://2020.polkrf.ru/ һәм батырҙар тураһында анкета тултырып ҡуйырға кәрәк. Фотографиялар 9 майҙа бөтөн ил буйынса телеканалдар эфирында, социаль селтәрҙәрҙә һәм «Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы» порталында трансляцияланасаҡ.
Шулай уҡ ветерандарҙың батырлығы тураһында социаль селтәрҙәрҙә #Бессмертныйполк2020, #Бессмертныйполконлайн, #ДеньПобедыдома, #9маявсети, #9маЯпомню. #Бессмертныйполкдома! хештегтарын ҡулланып, үҙегеҙҙең биттә ҡуйырға була. Ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙың фотографияларын социаль селтәрҙәрҙә аватарктарҙа урынлаштырып, үҙебеҙ йәшәгән йорттарҙың тәҙрәләренә, балкондарына ҡуйып иҫкә алырға мөмкин.
Байрам көндәрендә ҡалабыҙҙың ирекмәндәре Георгий таҫмаларын таратыуын дауам итәсәк. 9 майҙа көндөң беренсе яртыһында төп урамдарҙан ретро-техника колоннаһы уҙасаҡ. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар өсөн улар йәшәгән йорттар янынынан тантаналы колонна уҙып барғанда артистар ҡатнашлығында ҙур булмаған иҫтәлекле саралар уҙғарыласаҡ. Пандемия осоронда һаҡланыу сараларын үтәү өсөн, был сараларҙа бер юлы 30-ҙан артыҡ кеше ҡатнашырға тейеш түгел.
19-30 сәғәттә ҡаланың UTV телеканалы эфирында, һәм шулай уҡ телеканалдың социаль селтәрҙәрҙә рәсми төркөмдәрендә Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликовтың Еңеү көнө айҡанлы ҡотлауы күрһәтеләсәк.
Ҡала халҡын шулай уҡ ҡала округы Советы рәйесе Андрей Ширяев, Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районының хәрби комиссары Рөстәм Ҡантимеров сәләмләйәск.
19-40 сәғәттә UTV телеканалында ҡалабыҙҙың ижади коллективтары ҡатнашлығында «Еңеү салюты» концерты күрһәтелә.
21 сәғәттә дөйөм Рәсәй буйынса «Тынлыҡ минуты» була. Был акция илебеҙҙең барлыҡ халҡын берләштереүсе мөһим мәлгә әйләнәсәк.«Тынлыҡ минуты»нан һуң флешмоб ойошторола. Ҡала халҡына ошо мәлдә һәммәбеҙ ҙә белгән, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда рәсми булмаған гимныбыҙ булып торған «Еңеү көнө» йырын йырларға тәҡдим ителә.
22 сәғәттә Стәрлетамаҡ халҡы өсөн күсмә минисалют ойошторола, уны тәҙрәнән ҡарап буласаҡ. Бының өсөн ҡаланың төрлө биҫтәләрендә 14 локаль нөктә билдәләнгән.
Читайте нас