Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Йәмғиәт
6 Мая 2020, 07:50

Туристар илгә ҡайтты

Бөгөн «Өфө» халыҡ-ара аэропорты Анталиянан «Аэрофлот» авиакомпанияһының SU-2143 рейсын ҡабул итте.

Башҡортостанға беҙҙең республиканан 21 һәм башҡа төбәктәрҙән 72 турист ҡайтты. Уларҙың барыһын да үҙ төбәктәренең автобустары ҡаршы алырға килгәйне инде. Ғөмүмән, Анталиянан килгән рейс барлығы 160 ватандашыбыҙҙы илебеҙгә ҡайтарҙы. Башҡортостанға еткәнсе самолет Ростов- на-Дону аэропортында туҡтап, сик буйы процедураларын һәм таможня контролен үтте. Ә Өфөлә рейсты хеҙмәтләндереү өсөн халыҡ-ара авиалиниялар терминалы эшләне, коронавирус инфекцияһын индереүҙе һәм таратыуҙы иҫкәртеү буйынса бөтә саралар ҡулланылды.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас