Радий Хәбиров Сәйәси һәм иҡтисади коммуникациялар агентлығы төҙөгән Рәсәй субъекттары башлыҡтары абруйы рейтингында позицияларын көсәйтте.
Апрель айы йомғаҡтары буйынса ул алтысы урында тора, ә элек туғыҙынсы ине.
Башҡортостан Башлығының абруйы бизнесҡа ярҙам итеүе арҡаһында күтәрелә. Быға тиклем UfaTime.ru, хәбәр итеүенсә, кризисҡа ҡаршы сараларҙың ике пакеты республика бюджетына 30 млрд һумға төшә.
Радий Хәбиров хәҙер Татарстан президенты Рөстәм Миңнихановты уҙып китте (ә ул исемлектә туғыҙынсы урында тора), шулай ҙа Мәскәү һәм Тула өлкәләре губернаторҙарынан, Чечня башлығы, һәм шулай уҡ Санкт-Петербург менән Мәскәү мэрҙарынан ҡалыша.