Ашҡаҙар
+14 °С
Облачно
Йәмғиәт
9 Мая 2020, 05:00

Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле ветерандарыбыҙ!

Ҡәҙерле ветерандар! Хөрмәтле ҡала халҡы!Һеҙҙе ысын күңелдән батырлыҡ һәм хәрби дан байрамы – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы менән ҡотлайым! Был байрам һәр Рәсәй ғаиләһендә көтөп алынған һәм иң яратҡан байрам булып ҡала. Һәр ҡайһыбыҙ өсөн 9 Май – иң ҡәҙерле генә түгел, ә тарихтағы иң фажиғәле осор.

Йыл һайын беҙ ҡәҙерле ветерандарыбыҙға: “Рәхмәт һеҙгә, ҡәҙерле ветерандарыбыҙ!” – тип әйтер өсөн ҙур яуаплылыҡ тойоп һәм тулҡынланып Еңеү көнөнә әҙерләнәбеҙ. Был аяуһыҙ һуғышта һеҙҙең үлемһеҙ батырлығығыҙ хөрмәтенә барлыҡ рәхмәтебеҙҙе тулыһынса еткереү өсөн һүҙҙәр табыуы ла ҡыйын. Һеҙҙең һәр ҡайһығыҙ Бөйөк Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән. Кешелек мөмкинлектәренең һуңғы сигендә, фронтта һәм тылда көндән-көн дошманды еңеүҙе яҡынайттығыҙ.
Стәрлетамаҡ фронтҡа етештерелгән һуғыш кәрәк-яраҡтары һәм ҡорамалдар, госпиталдәр эше менән ярҙам иткән. Халҡыбыҙҙың миһырбанлығы һәм патриотизмы тылда ғына түгел, ә алғы һуғыш һыҙығында ла һиҙелә. Бөгөн Стәрлетамаҡтың 28 Советтар Союзы Геройҙары исемдәре бюстарҙа һәм ҡала урамдары исемдәрендә мәңгеләштерелгән. Беҙ һәләк булған яугирҙәрҙе хөрм әтләп иҫкә алабыҙ һәм улар алдында мәңге бурыслыбыҙ.
Еңеү беҙгә фронттағыларҙың ҡаһарманлығы, тыл хеҙмәтсәндәренең ныҡлығы һәм сыҙамлығы арҡаһында килде, ә иң мөһиме – халыҡтың Ватанды фашистарҙан һаҡлауға дөйөм ынтылышы арҡаһында. Еңеү көнө – халыҡты берләштергән һәм теләһә ҡайһы һынауҙар алдында ла еңелмәҫлек иткән байрам.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн беҙ был бөйөк көндө тулыһынса байрам итә алмайбыҙ. Һәр кемдең байрам парадында ҡатнашырға теләге булыуға ҡарамаҫтан, барлыҡ ҡала халҡына сабырлыҡ күрһәтергә саҡырам. Зинһар, был көндө өйҙә ҡалығыҙ. Беҙ геройҙарыбыҙҙы, тыл хеҙмәтсәндәрен һәм һуғыш балаларын, һис шикһеҙ, ҡотларбыҙ. Бер һүҙһеҙ тамашалар ойошторасаҡбыҙ. Тик бер аҙ һуңыраҡ, яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға бәйле сикләүҙәр бөткәс.
Ҡәҙерле ветерандар! Хөрмәтле ҡала халҡы! Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм тыныс күк йөҙө теләйем! Байрам менән! Бөйөк Еңеү көнө менән!

Владимир КУЛИКОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.

Читайте нас