Әлеге күрһәтмәләргә ярашлы, беренсе этапта, йәғни был аҙнала ҙур булмаған кейем-һалым һәм аяҡ кейеме магазиндары асыласаҡ, тип белдерҙе Роспотребнадзор вәкиле Татьяна Руженцова. Әммә сауҙа нөктәһенең майҙаны 400 квадрат метрҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш. Шулай уҡ магазин етәкселәре һатып алыусылар араһында дистанция һаҡлауҙы күҙ уңында тоторға тейеш. Шул уҡ ваҡытта сит илдә, сикләүҙәрҙе алырға теләһәләр ҙә, яңы типтағы коронавирус менән зарарланыусыларҙың яңы сығанаҡтары асыҡлана.