Сикләүҙәр 65 йәштән өлкәндәр һәм хроник сирҙәре булған кешеләр өсөн һаҡлана, шулай уҡ күп кешеләр ҡатнашҡан саралар үткәреү тыйыла. Бынан тыш ил етәксеһе халыҡҡа, бизнесҡа ярҙам итеү сараларын киңәйтеү хаҡында ла әйтеп үтте. Владимир Владимирович бер нисә тапҡыр шуны билдәләне: иң мөһиме – кешеләрҙең һаулығы һәм хәүефһеҙлеге. Режимдан сығыу яйлап һәм этаплап башҡарылырға тейеш.
– Илдә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы алты аҙна буйы дауам итте. Был вирустың таралыуын туҡтатыу һәм дауаханала урындар, кәрәкле ҡорамалдар булдырыу мөмкинлеге бирҙе. Табиптар был ваҡыт эсендә сир тураһында күберәк белде. Дауалау методикаһы эшләнде. Алдан ҡабул ителгән саралар арҡаһында меңләгән ғүмерҙәр һаҡланып ҡалынды, – тине Владимир Путин.
Коронавирус пандемияһы шарт-тарында иҡтисадҡа, ғаиләләргә, эшен юғалтҡан кешеләргә күрһәтеләсәк яңы ярҙам төрҙәренә килгәндә, Президент яңы саралар тәҡдим итте. Айырыуса ныҡлы ярҙам балалары булған ғаиләләргә күрһәтеләсәк. Быға тиклем Владимир Путин өс йәшкә тиклемге балалары һәм әсәлек капиталына хоҡуғы булған ғаиләләр өс ай дауамында бишәр мең һум аласаҡ тигәйне. Был ярҙам төрөндә бер ни тиклем сикләүҙәр булды, тейешле ваҡыттан һуңыраҡ тыуғандар уға дәғүә итә алмай ине. Хәҙер бөтә ғаиләләр ҙә уны аласаҡ. Шулай уҡ әсәлек капиталына хоҡуғы булмағандар ҙа был ярҙамға дәғүә итә. Тағы бер сара: ата-әсәләрҙең береһе йә икеһе лә эшен юғалтҡан осраҡта, уларҙың бәлиғ булмаған һәр балаһы өсөн өс ай дауамында (апрелдән июнгә тиклем) өсәр мең һум түләнә.
Бынан тыш, Владимир Путин: “Балалары булған ғаиләләрҙең хәлен аңлайым һәм уларға һәр саҡ ярҙам кәрәклеген беләм”, – тине. Ошо уңайҙан ул яңы сара тәҡдим итте. 1 июндән 3 йәштән 16 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләр һәр бала өсөн 10 мең һумлыҡ бер тапҡыр түләү ала аласаҡ. Тағы бер сара: балалар пособиеһы 3375 һумдан ике тапҡырға артасаҡ.
Алдараҡ белдерелгән сара, өс йәштән ете йәшкә тиклемге аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр 1 июндән был пособиены юллай аласаҡ. Улар ай һайын 5,5 мең һум аласаҡ. Шуныһы: аҡса йыл башынан килгән осор өсөн йыйылып бирелә һәм июндә бер бала өсөн ғаилә шунда уҡ алты айҙың аҡсаһын, тимәк, 33 мең һум самаһы аласаҡ. Артабан 5,5 мең һум кимәлендә түләү дауам итәсәк.
Владимир Путин белдереүенсә, һөҙөмтәлә 27 миллион самаһы Рәсәй балаһы ярҙам аласаҡ.
Бизнеста иһә зыян күргән преприятиелар үҙҙәренең хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын түләүгә дәүләт иҫәбенә ҡаплау шарты менән кредит аласаҡ. Ташламалы кредит 2021 йылға тиклем түләү срогы һәм йылына ике процентҡа арттырып түләү шарты менән бирелә. Әгәр предприятие ошо ваҡыт эсендә хеҙмәткәрҙәренең мәшғүллеген 90 процент кимәлендә һаҡлап ҡалһа, кредит күләме һәм процент ставкаһы дәүләт тарафынан ҡаплана. Әлегә тиклем зыян күргән тармаҡтарҙың предприятиелары өсөн эш хаҡына 0 процентлы ставка менән кредит һәм бер хеҙмәткәргә хеҙмәткә түләүҙең бер минималь күләмендә кире ҡайтарылмай торған ярҙам сараһы ғәмәлгә индерелгәйне.
Икенсенән, 2020 йылдың икенсе кварталына төп һалым түләүҙәре һәм страховка иғәнәләре түләтелмәй. Зыян күргән тармаҡтарҙағы предприятиелар һәм коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмалар өсөн 2020 йылдың апрель, май, июнь айҙарына һалым түләүҙәрен (өҫтәмә хаҡҡа һалымдан тыш) һәм страховка иғәнәләрен ғәмәлдән сығарыу тағы ла бер ярҙам сараһы буласаҡ. Ул 1,5 миллионға яҡын предприятиеға ҡағыла.
Өсөнсөнән, үҙмәшғүлдәр 2019 йылда түләгән һалымын кире аласаҡ. Үҙмәшғүлдәр статусын рәсми алып, һөнәри килемгә һалым күсергән Рәсәй граждандарына шулай уҡ хеҙмәткә түләүҙең бер минималь күләмендә һалым капиталы бирелә.
Төбәктәрҙә хәл нисек булыр, быны һәр төбәк башлығы үҙе хәл итәсәк. Ҡайҙалыр режим йомшарасаҡ, ҡайҙалыр сикләүҙең һаҡланыуы ла ихтимал.
Әйткәндәй, шул уҡ көндө Баш-ҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә муни-ципалитет башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе. Ул үҙизоляция режимын йомшартыу сараларына арналды.
Атап әйткәндә, предприятиелар һәм ойошмалар өс төркөмгә бүленә. Эшмәкәрлеге туҡтатылмаған тәүге төркөм, бөтә санитария талаптарын үтәп, эшен дауам итәсәк. Уға икенсе төркөм – аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар һатҡан магазиндар һәм башҡа сауҙа ойошмалары өҫтәлә. Улар сауҙа майҙаны талаптарға тап килгән, инеү-сығыу өсөн айырым ишеге булған осраҡта ғына эшләйәсәк. Өсөнсө төркөмдөң эшмәкәрлеге әүәлгесә туҡтап торасаҡ. Ундайҙарға сауҙа үҙәктәре, кинотеатрҙар, мәҙәниәт һәм спорт учреждениелары инә.
Кисә, шулай уҡ, doroga02 сайты эшләүҙән туҡтаны. Граждандар порталда өҫтәмә рәүештә теркәлмәйенсә ав-тотранспортта ҡала буйлап иркен йөрөй ала. Бынан ары парктарҙа һәм скверҙарҙа йөрөргә мөмкин, тик социаль арауыҡты һаҡларға, битлек кейергә кәрәк.
65 йәштән өлкәндәр, шулай уҡ хроник сирҙәре булғандар иртәнге сәғәт 6-нан киске 6-ға тиклем, уҡыусылар көндөҙгө сәғәт 2-нән киске 8-гә тиклем урамға сыға ала. Тәүлектең башҡа ваҡытында был кешеләр өсөн сикләүҙәр ғәмәлдә ҡала.
– Сирҙе йоҡтороу хәүефе булған урындарҙа ҡәтғи ҡағиҙәләр һаҡлап ҡалына. Бындайҙарға йәмәғәт транспорты, магазиндар, күп йүнәлешле үҙәктәр, банк ойошмалары инә. Уларҙа арауыҡты һаҡлауҙы, битлек кейеүҙе мотлаҡ талап итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Күренеүенсә, битлек әле оҙаҡ ваҡыт беҙҙең көндәлек атрибут булып ҡаласаҡ.