Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Май 2020, 12:05

Фатир ҡарабойҙай түгел...

Ҡыҙыҡ күренешкә тап булған бит әле мөлкәт мөнәсәбәттәрен өйрәнеүсе белгестәр.

Баҡтиһәң, әлеге пандемия шарттарында аҡсаны янда тоторға кәрәк урынға кешеләр күпләп фатир ала башлаған.
“Элек уйлар өсөн һатып алыусылар кәмендә бер аҙна ваҡыт һораһа, хәҙер ике-өс көндә әҙер яуаптар менән киләләр”, - ти бер тауыштан төҙөлөш компанияларының һатыу бүлектәре. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һатып алыусылар иҫке фатирҙар янында туҡтап та тормай, тура яңыларына баралар икән.
Әлбиттә, һәр күренешкә үҙ яуабы булырға тейеш һәм бында ла ул ябай ғына: бер аҙ бол туплап өлгөргән кешеләр пандемиянан һуң нимә булырын белмәгәс, аҡса осһоҙланыр тип ҡурҡып, байлыҡтарын ошондай ысул менән һаҡлап ҡалырға булған.


Читайте нас