Йәмғиәт
19 Мая 2020, 07:30

Яңы контейнерҙар урынлаштырыла

“Эко-Сити” төбәк операторы Стәрлетамаҡҡа евроконтейнерҙар һатып алыу өсөн үҙенең килеменән 7, 5 миллион һум аҡса тотонған, был аҡсаға 504 контейнер һатып алынған.

Компанияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, уларҙың 300-ө контейнер майҙансыҡтарына ҡуйылған да инде. Ә 204 контейнер май аҙағына тиклем урынлаштырыласаҡ. Контейнерҙар Германиянан ҡайтарылған, ул 1,1 кубометр сүп-сар һыйҙырышлы, уңайлы, махсус ҡапҡасы арҡаһында сүп-сарҙы ташлауы ла еңел. Шулай уҡ уның тышҡы йөҙө лә бөхтә, күп фатирлы йорттар ихаталарын тулыландырып ҡына торасаҡ.
Читайте нас