Йәмғиәт
19 Мая 2020, 07:40

Яҙғы саҡырылыш һуңлап башланды

Коронавирус пандемияһына бәйле, 1 апрелдә башланасаҡ әрмегә яҙғы саҡырылыш ваҡытын кисектереп торғайнылар.

Үҙизоляция режимынан этаплап сығыу иғлан ителгәндән һуң, 15 майҙа ҡалала яҙғы саҡырылыш комиссияһы эшләй башланы. Эпидемияның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн хәрби комиссариатта санитар ҡағиҙәләрҙе үтәүгә айырыуса иғтибар бирелә. Призывниктарҙы ебәреүгә 4 көн алдан COVID-19-ға анализдар
бирелә. Яҙғы саҡырылыш мәлендә медицина һәм саҡырылыш комиссияһын Стәрлетамаҡта, ғөмүмән, 2600 егет үтәсәк.
Фото: youtube.com
Читайте нас