Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Май 2020, 14:00

Еңгә аптырап тормаған

Э-й-й-й, беҙҙең яҡтарҙағы ҡышҡы һыуыҡтарҙы белһәгеҙ икән. Түҙеп торғоһоҙ, хатта һыйыр быҙаулаһа, һарыҡ бәрәс килтерһә, бурама һарай тип тормай, яңы тыуған малҡайҙы тиҙ генә өйгә индерә һалалар. Өшөп-нитеп ҡуйыуы бар бит. Өшөһә – үлергә лә күп һорап тормаҫ.

Хәйер, һүҙем һыуыҡтар тураһында түгел әле, шул һыуыҡҡа бәйле ваҡиға, дөрөҫөрәге, ауылға йылы яҡтан төшкән еңгә хаҡында.
Шулай бер мәл бөтәһен дә аптыратып арғы урамдан Абдрахман ағай бер ҙә ҡыш булмай торған ерҙән килен алып ҡайтты бит. Йыраҡтан төшкән киленде күреү – үҙе бер мажара. Ысынмылыр-юҡмылыр, хатта район гәзитенән хәбәрселәр килеп, фотоға ла төшөрөп киткән, тиҙәр.
Ярай, еңгәне күреп туйҙылар, тормош үҙ мәшәҡәте менән артабан тәгәрәне. Уны ҡәйнә-ҡәйенбикәләре яйлап урындағы тәртипкә, эшкә өйрәтә башланы. Һыуыҡ төшөү менән, еңгә беҙҙең яҡтың ҡырыҫ шарттарына ла күнә башланы. Шуныһы ҡыҙыҡ: туғандаш халыҡ – туғандаш инде, башҡортсаға тиҙ өйрәнде.
Тик бына яҙ етеү менән бер күңелһеҙ хәл булып ҡуя яҙҙы бит әле: Абдрахман ағайҙарҙың быға тиклем ҡыш уртаһында дауамын килтерергә ғәҙәтләнгән һыйыры быҙауламаны ла ҡуйҙы. Ҡәйнә кеше башта килен менән бергә килгән ҡаза тип юрай яҙҙы, тик малҡай һуңлабыраҡ хәл иткән быйыл – быҙау йәйгә килергә тейеш. Киреһенсә, килен был йортҡа ҡот килтерергә йыйына, ҡаза түгел, бәпес көтәләр! Шулай итеп, бала ла йәй тыуырға тейеш.
Ул да булмай, бесән мәле башланып китте. Әсә булырға ваҡыты етеп килгән киленде ялан мәшәҡәте менән яфалап торманылар, ҡайтыуға мунса яға, ашарға бешерә, быҙауларға ваҡыты етеп килгән һыйырҙы ҡарай. Ә бер мәл...
Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ. Эҫе июль. Кис. Ата-әсәһен эйәртеп бесәндән әлһерәп Абдрахман ҡайтып инә. Өйгә инһәләр, ни күҙе менән күрһендәр, түр яҡта матур итеп һуғылған балаҫ өҫтөндә танауҙарын тырт-мырт итеп быҙауҡай йоҡлап ята (йөклө килеш килен уны нисек индергән тиһең)!
– Собханалла-машалла! Мал булып кил, бәрәкәтең менән кил, бәлә-ҡазаһыҙ кил, – тип ҡыуана ҡәйнә кеше. Шунан бер быҙауға, бер килененә ҡарап тора ла:
– Бәй-бәй, килен! Быҙау бында нимә эшләп ята һуң ул? – тип һорап ҡуя.
– Ҡәйнәм, үҙең әйттең бит, беҙҙә һыйыр быҙаулағас, өйгә индерәләр тип! – килен кеше аптырап тормай.
– Эйе шул, тик мин ҡыш быҙаулаһа, тип әйтергә теләгән инем, – ти ҡәйнә кеше, барыһы ла кинәнеп көлөргә тотона. Шул мәл килен үҙе лә бәпескә ауырый башлай. Улдары тыуҙы ул мәл тәүге балалары булып.
Нисек кенә булмаһын, хәҙер ауылда лаҡап йөрөй: берәй кемдең һыйыры һуңлап, йәй быҙаулаһа, күршеһе мотлаҡ рәүештә: “Өйгә индерергә онотма”, – тип шаяртып ала.
Рәмил МАНСУРОВ.
Читайте нас