Ашҡаҙар
+28 °С
Облачно
Йәмғиәт
27 Мая 2020, 12:11

“Өфө” аэропорты Яҡутстандан йәнә вахтасылар рейсын ҡабул итте

“Өфө” аэропорты Талакандан SYL-9218 рейсын ҡабул итте. “Яҡутия” авиакомпанияһы Башҡортостанға Чаянда ятҡылығында эшләгән тағы ла 139 кешене алып килде.

Белеүегеҙсә, унда коронавирус инфекцияһы буйынса ҡатмарлы хәл килеп тыуғайны. Пассажирҙарҙың бөтәһе лә Яҡутияла медицина тикшереүе үткән, уларҙың анализдарында COVID-19 юҡлыҡҡа справкалары ла бар. Әммә улар ике аҙна үҙизоляцияла буласаҡ.

Шулай уҡ Өфө аэропортында Роспотребнадзор белгестәре пассажирҙарҙың температураһын да тикшергән.

Был ғәҙәттәге вахтасылар. Яҡутстанда килеп тыуған проблеманан тиҙ ҡотолдолар, шуның өсөн вахтасыларҙың бөтәһен дә обсервацияға ебәрмәйбеҙ. Әммә самолеттан килеп төшкәс тә температураларын тикшерәсәкбеҙ. Температуралары юғары булғандарҙы һәм йоғошло сирҙең башҡа билдәләре булған осраҡта карантин сараларын ҡулланасаҡбыҙ”, - тине БР Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “Газпром”дың Чаянда ятҡылығында коронавирус менән сирләүселәр теркәлгәйне. Башҡортостан биләмәһендә обсерваторҙа 1591 кеше ике аҙналыҡ карантинда булды.
Читайте нас