Ашҡаҙар
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Май 2020, 11:00

ҠАЛА ҺӘМ ХИМИКТАР КӨНӨ МЕНӘН!

Ҡәҙерле стәрлетамаҡтар! Һеҙҙе Ҡала һәм Химиктар көнө менән ҡайнар ҡотлайым!Традиция буйынса был байрамдарҙы беҙ бер көндә – майҙың һуңғы шәмбеһендә билдәләйбеҙ, ҡала халҡы өсөн уларҙың бер-береһенә тығыҙ бәйләнеше аңлашыла. Стәрлетамаҡ сәнәғәт төҙөлөшө йылдарында, сәнәғәт һәм ҡала инфраструктураһы әүҙем үҫешкәндә билдәле үҙ йөҙөн булдырҙы. Стәрлетамаҡ – ҙур химия һәм нефть химияһы ҡалаһы. Бер нисә быуын ҡалахалҡы, бик күп эшсе династиялар төҙөп, сәнәғәт предприятиеларында эшләй.

Ҡала йәшәй һәм үҫешә, көндән-көн матурлана һәм йәмләнә бара. Беҙгә ғорурланырлыҡ һәм нимәгәлер ынтылырлыҡ нәмәләр бар һәм шуғалыр ҙа юғарыраҡ маҡсаттар ҡуябыҙ. Күп йылдар дауамында Стәрлетамаҡ Рәсәйҙең иң төҙөк ҡалалары араһында тәүге өсәү рәтендә килә. Йыл һайын яңы социаль объекттар ҡалҡып сыға, ҡала спортсылары һәм эшселәр, педагогтар һәм табиптар республика һәм Бөтә Рәсәй конкурстарында һәм ярыштарында еңеү яулай.
Стәрлетамаҡ – уникаль тарихы һәм һоҡландырғыс кешеләре – изгелекле, ярҙамсыл һәм хеҙмәт һөйөүсән, тыуған ҡалаһының һәм республиканың ысын патриоттары – булған ҡала.
Беҙ тик бергә, берҙәмлектә һәм татыулыҡта, барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп, алға бара, ҡуйған маҡсаттарға ирешеп, үҙебеҙ һәм киләсәк быуын өсөн уңайлы ҡала мөхите булдыра алабыҙ.
Һөйөклө ҡалабыҙға ысын күңелдән именлек һәм артабан да сәскә атыуын, ә унда йәшәгән һәр кемгә ныҡлы һаулыҡ, бәхеттәр, изгелек һәм уңыштар теләйем!

Владимир КУЛИКОВ,

Стәрлетамаҡ ҡалаһы

ҡала округы хакимиәте башлығы.

Читайте нас